+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Апрель 2020, 16:50

Беҙгә, Хоҙай, түҙемлек бир! Ниһайәт, беҙгә лә был һынауҙы үҙ елкәбеҙҙә һынап ҡарарға насип булды.

Бөгөн дүртенсе генә көн, календарға күҙ һалған һайын, беҙҙең өҫтә торған яуаплылыҡтың ни тиклем ҙур икәнлегенә төшөнәһең. Ҡамау шарттарында үҙеңде һынау һис тә еңелдән түгел.

Бөгөн дүртенсе генә көн, календарға күҙ һалған һайын, беҙҙең өҫтә торған яуаплылыҡтың ни тиклем ҙур икәнлегенә төшөнәһең. Ҡамау шарттарында үҙеңде һынау һис тә еңелдән түгел.
Үткән аҙнала Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында үҙҡамауҙы алғандан һуң, социологтар тикшеренеү үткәргән һәм шуларҙы асыҡлаған: фекер өйрәнеүҙә ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн иректең һәм азатлыҡтың ни тиклем мөһим икәнен төшөнгәндәр.
Социологтар Ухань ҡалаһында ғаилә низағтарының күбәйеүенә иғтибар иткән. Тарҡалған ғаиләләр һаны артҡан. Әлбиттә, бындай мөнәсәбәттәр 100 миллион самаһы кеше йәшәгән провинцияла бик күп булып күренгәндер.
Беҙҙең алда 145 миллионлы Рәсәйҙә, шул иҫәптән, 4 миллиондан ашыу кеше йәшәгән Башҡортостанда, үҙебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, ул ғына түгел, артабан йәшәү, яҡын киләсәктә беҙҙе көткән һынаулы көндәрҙе иҫән-имен үткәреү бурысы тора.
Бер ҡараһаң, ауыр эш түгел һымаҡ, түҙемлек күрһәтһәң, шул еткән. Ярай әле, телевизор, компьютер, устарҙа – смартфон бар. Улар булмаһа, ни эшләр инек икән?
Ни хәл итәһең, шулай талап ителә, тимәк, кәрәк.
Беҙ был һынауҙы ла үтергә әҙер. Йортоғоҙға – именлек, үҙегеҙгә – түҙемлек!
Читайте нас: