-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Апрель 2020, 13:32

“Һәнәк” журналы сайты, төркөмө ҡулланыусылары иғтибарына мөрәжәғәт.

Бөтә донъялағы һымаҡ, илебеҙ хәл иткес һынауҙар мәлен кисерә. Нимә генә булмаһын, тормош дауам итә. Алдан уҡ әйтеүебеҙсә, сир һымаҡ афәттәр үтә лә китә, беҙгә киләсәк хаҡында ла хәстәрлек күрергә кәрәк. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, “Һәнәк” журналы һәм уның сайты ла ошо хәл иткес көндәрҙе бергәләп еңелерәк үткәреү бурысы менән үҙенең ҡулланыусыларынан айырылмаҫҡа, уларҙың ихтыяждарына яуап бирергә тырыша. Ағымдағы хәл тураһында ваҡиғалар, мәғлүмәтме, төрлө йөкмәткеле яҙмалар, әхлаҡ мәсьәләләре күтәрелгән материалдар менән даими танышып бараһығыҙ. Уларҙы күсереп алыусыларға, башҡаларға уҡырға тәҡдим итеүселәргә, беҙҙең мәҡәләләр менән танышыуға башҡаларҙы йәлеп итеүҙә ярҙам күрһәтеүселәргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Ошо көндәрҙә “Һәнәк” журналы үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Заманында йыллыҡ тиражы 60 меңдән ашып киткән юмор һәм сатира баҫмаһы, башҡа матбуғат саралары һымаҡ уҡ, ҡатмарлы көндәр кисерә. Ил күргәнде беҙ ҙә күрәбеҙ. Шулай ҙа киләсәктә лә һеҙҙең менән бергә булғыбыҙ килә. 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғат сараларына яҙылыу буйынса сираттағы кампания башланды. Беҙ һеҙҙең ярҙамға өмөт итәбеҙ. Мөмкин булған тиклем, үҙегеҙ яҙылһағыҙ, яҡындарығыҙға яҙылырға ярҙам итһәгеҙ йәки бүләк эшләһәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән бергә ҡалыр инек. Беҙ беләбеҙ, бөгөн юмор йә сатира ҡайғыһы юҡ, көн һайын үҙҡамауға бирелеп, донъянан ваз кисеп йәшәп булмай. Әйҙәгеҙ, бергә ҡалайыҡ, ошо ауыр көндәрҙе бергә үткәрәйек!
Үҙҡамауҙан – “Һәнәк” журналы мөхәрририәте.
Читайте нас: