Рәсәйҙә килеп тыуған хәл иң тәүҙә автомобилдәр һатыу менән шөғөлләнгән ҡеүәтле компанияларҙың мәнфәғәтенә ҡағылды. Тыныс ваҡытта балда һәм майҙа йөҙгән предприятиелар өсөн хәл иткес көндәр килеп етте. Улар бөлгөнлөккә төшөүҙән ҡотолоу өсөн иң оятһыҙ юлды һайланылар. Түләүле ял көндәре урынына хәҙер эшселәр эштәренән китеү тураһында ғаризалар яҙа.
“ТрансТехСервис” компанияһының рәсми вәкиле эшселәрҙе ҡыҫҡартыуҙы йоғошло сир таралыу менән бәйле машиналар һатыуҙың 100 процентҡа тиклем кәмеүе, хәлдәр яйланғандан һуң, йыл аҙағына тиклем, һатыу кимәле 50 процентҡа ғына күтәрелеүе күҙалланыуы менән бәйләй.
“Халыҡтың автомобиль һатып алырға аҡсалары юҡ, бындай шарттарҙа беҙ хәҙерге эш хаҡын һаҡлай алмайбыҙ”, – тип аҡлана улар.
Асыҡлыҡ өсөн шуны өҫтәйбеҙ, “ТрансТехСервис” компанияһы Татарстандан идара ителә һәм Башҡортостанда иң күп автомобиль һатыусыларҙан иҫәпләнә.