+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Апрель 2020, 11:16

Бер депутат Фиджи утрауына барып юлыҡҡан. Ул хәҙер ярҙамға мохтаж.

Волгоград өлкәһе Думаһы депутаты, миллионер, эшҡыуар эпидемия башланыр алдынан ғына Фиджи утрауындағы ифрат ҡиммәт курортта ял иткән. Белмәйем, бәлки миллионерҙың утрауҙа үҙ курорты йә биләмәһе лә барҙыр.

Волгоград өлкәһе Думаһы депутаты, миллионер, эшҡыуар эпидемия башланыр алдынан ғына Фиджи утрауындағы ифрат ҡиммәт курортта ял иткән. Белмәйем, бәлки миллионерҙың утрауҙа үҙ курорты йә биләмәһе лә барҙыр.
Ҡыҫҡаһы, коронавирус бөтәһен дә тигеҙләй. Миллионер утрауҙа ҡайта алмай ята һәм гуманитар рейс ойоштороуҙарын һорап, Рәсәй Президентына мөрәжәғәт итә.
Әгәр Путин һәр миллионерға ярҙам итә башлаһа, мохтаждарға һәм әҙ тәьмин ителгәндәргә аҡса ҡалырмы икән? Сөнки Италияла, Францияла, Бөйөк Британияла 2000 йылдарҙа һыйынып ҡалған олигархтар ғаиләләренең Рәсәйгә ҡайтҡылары килә башланы. Баҡ тиһәң, ул илдәрҙә санитар гигиена талаптары бөтөнләй икенсе, медицина ярҙамы ҡиммәт, олигархтар тыныс һәм үҙ яйы менән йоғошло сиргә ҡаршы көрәшкән Рәсәй халҡына көнләшеп ҡарай һәм тыуған илдәренә һөйөү хаҡында иҫбатларға тырыша.
Ә хәҙер депутат-миллионерға әйләнеп ҡайтайыҡ. Кошкарев быйыл 9 ғинуарҙан 2 августҡа тиклем Думаның комитетына етәкселек итергә тейеш булған. Ләкин ул өлкә парламентында баш ватаһы урынға, Фиджи ҡояшы аҫтында ҡыҙыныуға өҫтөнлөк биргән. Ваҡиғалар ҡуйырғас, Фиджиға ла карантин иғлан иткәндәр. Самолеттар осмай, Кошкарев, уның ҡатыны һәм тағы ла 16 кешегә ярты йыл буйы Фиджи ҡояшы аҫтында ҡыҙыныу ҡурҡынысы янай. 35 градус эҫегә өҫтәп, ҡойма ямғырҙар үтә икән. Бына шулай, менереңдән алда төшөрөңдө уйларға кәрәк шул. Ә хәҙер уларҙы Рәсәй һалым түләүселәре иҫәбенә ҡотҡарыу операцияһы ойошрорҙармы икән?
Читайте нас: