+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Апрель 2020, 10:41

Рәсәй – Италия. Сәйәсәттә дуҫтар юҡ – уртаҡ мәнфәғәттәр генә.

Рәсәй хәрбиҙәренең Италия халҡын ҡотҡарыуын донъя халҡы еңел һулап ҡабул итте. Ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Беҙҙең белгестәргә бер түгел өс ҡарттар йортон ҡарауҙы һәм тәртипкә килтереүҙе тапшырғандар. Иң аяныслыһы шул – хеҙмәтләндереүсе персонал ҡарттарҙы тәрбиәләүсе пансионаттарҙы ташлап ҡасҡан. Ҡарттарҙың күбеһенең хәле шундай – улар үҙҙәре менән нимә барғанын аңламай.

Рәсәй хәрбиҙәренең Италия халҡын ҡотҡарыуын донъя халҡы еңел һулап ҡабул итте. Ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Беҙҙең белгестәргә бер түгел өс ҡарттар йортон ҡарауҙы һәм тәртипкә килтереүҙе тапшырғандар. Иң аяныслыһы шул – хеҙмәтләндереүсе персонал ҡарттарҙы тәрбиәләүсе пансионаттарҙы ташлап ҡасҡан. Ҡарттарҙың күбеһенең хәле шундай – улар үҙҙәре менән нимә барғанын аңламай.
Бынан ике аҙна элек кенә Италия аэродромдарының береһендә Рәсәй хәрбиҙәрен ҡаршы алған сит ил эштәре министры Луиджи ди Майо Германияның “Шпигель” журналына кисә интервью биргән һәм ул бөгөн баҫылып сыҡҡан. Нимә һөйләй инде ҡотҡарылған министр?
Беренсеһе. “Мине иң нығы сирҙең донъя иҡтисадына йоғонтоһо ҡыҙыҡһындыра. Минең уйымса, геостратегик баланс урынында ҡаласаҡ”.
Ябай телгә тәржемәһе: беҙҙең өсөн иң мөһиме – НАТО-ның һәм Евросоюздың иҡтисади ныҡлығы.
Икенсеһе. Рәсәй менән Ҡытайҙың ярҙамы тураһында сеньор Луиджи бына нимә ти: “Эйе, беҙгә күп илдәр ярҙам итте. Мистер Трамп 100 миллион доллар вәғәҙә итә”.
Аңлатма: эйе, Германия 16 кешене, Франция 30 сирлене дауаларға алып ҡайтҡан.
Өсөнсөһө. “Беҙҙең тыуған илебеҙ – Европа һәм Атлантик альянс”.
Иң ҡыҙығы шул, Рәсәй, уның ярҙамы хаҡында айырым бер һүҙ ҙә, ихтирам да, рәхмәт тә юҡ. Йәйгә Евросоюз Рәсәйгә ҡарата санкцияларҙы оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәк. Тәртип шундай: әгәр бер генә ил санкцияларға ҡаршы булһа, улар автоматик рәүештә юҡҡа сыға. Тауыш биргәндә Италия санкцияларҙы яҡлап сығыш яһаясаҡ.
Италияла беҙҙе нимә көтә? Оҙаҡламай тиҙ арала йыйынырға ҡушасаҡтар һәм ҡайтарып ебәрәсәктәр.
Беҙҙең өсөн иң ҙур һабаҡ: Рәсәй тағы ла бер тапҡыр Европаны ҡотҡарып ҡалыуға үҙ өлөшөн индерҙе һәм лайыҡлы рәхмәт һүҙҙәрен ишетмәне. Был ярҙам хаҡында бер нисә йылдан барыһы ла онотасаҡ. Әлбиттә, сираттағы пандемияға тиклем.
Иң ҙур һабаҡ шул: Рәсәй хәрбиҙәре үҙҙәре өсөн ифрат ҙур тәжрибә тупланы һәм тағы ла бер тапҡыр көстәрен күрһәтте. Уларҙың эш тәжрибәһе Рәсәйҙең үҙендә лә, сит илдәргә ярҙам иткәндә лә кәрәк буласаҡ әле. Иң ҙур һабаҡты НАТО алды. Улар химик һәм биологик яҡлау ғәскәрҙәрен тарҡатып, ҙур хата ебәргән. Көнбайыш Рәсәй өлгөһөндә был подразделениеларҙы яңынан аяҡҡа баҫтырасаҡ.
Ит изгелек – көт яуызлыҡ шул була инде.
Читайте нас: