+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Апрель 2020, 15:18

Гуманитар ярҙаммы? Тәүҙә һалым түләгеҙ.

“Урыҫ баҡыр компанияһы”ның хужаһы, миллиардер Игорь Алтушкин Свердлов өлкәһенә ярҙам итергә булған һәм Ҡытайҙан 1 миллион долларлыҡ битлектәр, һаҡланыу саралары һәм медицина кейеме һатып алған. “Ярҙам итмәй тор әле, тәүҙә һалымыңды түлә”, – тигәндәр уға урындағы таможняла.

Миллиардер өс миллион самаһы кеше йәшәгән Свердлов өлкәһенә ун миллион битлек, ун мең һаҡлағыс, дүрт мең һаҡлағыс күҙлекле халат – йәмғеһе 19 тонна йөк өсөн ИЛ-72 самолетын яллаған. Бының өсөн урындағы таможня 20 процент өҫтәлмә хаҡҡа түләү, ун процент таможня йыйындары, йәмғеһе – 390 мең доллар, йәғни, беҙҙең аҡсаға күсерһәк, сама менән 30 миллион һум түләүҙе талап иткән.
Күндәм миллиардер һалымдарын түләргә риза, сөнки урындағы губернатор үҙе гарантия биргән.
Бына шулай, ҡайһы ваҡыт байҙар ҙа йомартлыҡ күрһәтеп ҡуя. Тик хәҙерге чиновниктар аппараты әлеге осраҡ һамаҡ миһырбанлыҡ өлгөләрен дә хуплай алмай икән.
Читайте нас: