+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Апрель 2020, 15:10

Штраф түләтеп, ҡаҙнаны байытып буламы?

Үҙҡамау, Республика Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, 12 апрелгә тиклем оҙайтылды. Күпселек осраҡта ҡала халҡы түҙемлелек һәм күндәмлек күрһәтә. Әгәр эш буйынса йөрөргә тура килһә, махсус пропуск алырға мөмкин. Бөгөнгө көнгә республикала 102 кеше күҙәтеү аҫтында. Сир йоҡторған ун кешенең дүртәүһе һауығып сыҡты. Өфө районында йоғошло сирҙәр дауаханаһын төҙөү дауам итә. Әлеге көндә республикала сирлеләрҙе ҡабул итеү өсөн 1348 урын әҙерләнгән. Өфө районында сит ил граждандары өсөн тәғәйенләнгән обсерватор эшләй. Әлеге мәлдә унда дүрт сит ил кешеһен хеҙмәтләндерәләр.

Республика етәкселеге Силәбе ит һатыусыһынан һуң сирлеләрҙең ҡапыл артып китеү ихтималлығын күҙаллай. Әлеге ваҡытҡа сирле ит һатыусынан анализ алған фельдшерҙың һәм банк хеҙмәткәренең коронавирус йоҡтороуы билдәле.
Интернет киңлектәрендә ялған хәбәрҙәр таратҡан өсөн Салауат ҡалаһынан бер ҡатын 15 мең һум түләйәсәк. Шулай уҡ Өфөнән бер кеше үҙҡамау тәртибен боҙған өсөн 15 мең һум штрафҡа дусар ителгән. Шулай ҙа штрафтар урындағы ҡаҙнаны байытыр,тип көтөргә ярамай. Халыҡтың былай ҙа аҡсаһы юҡ, властар ҙа кешеләрҙе аулау, штраф түләтеү менән мауыҡмаҫҡа саҡырып сығыш яһаны.
Читайте нас: