+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Апрель 2020, 14:18

Һунар мылтыҡтарын таҙартыу мотлаҡ түгел.

Һуңғы хәбәр Ер шарындағы иң боронғо һөнәр булған аусыларҙы тамам шаңҡытты. Коронавирустың ағыулы тырнаҡтары Рәсәйҙә иң ҙур ғәскәрҙе атыуһыҙ, ҡоралһыҙ еңелеүгә дусар итте. Ҡыҫҡаһы, быйыл һунар миҙгеле асылмаясаҡ.

Ғүмерҙәрен һунарҙан башҡа күҙ алдына килтермәгәндәр быны бик ауыр кисерә. Һунарға сығыр алдынан була торған изге йолалар – киске усаҡ яҡтыһында нимә эсергә, нимә ашарға, күл буйында атып алынған өйрәк-ҡаҙҙарҙан нимәләр бешерергә, тигән йыл буйы көткән хыялдар, уй-ниәттәр һуңғы ҡар һымаҡ иреп, юҡҡа сыға, ә баш осоғоҙҙан ғына осоп үткән өйрәк-ҡаҙҙар – һеҙҙе һиҫкәнергә мәжбүр итәсәк.
Аусы тормошонда ошонан да ауырыраҡ күренеш бармы икән? Эргәңдә генә көтөүе менән өйрәк-ҡаҙҙар осоп йөрөй, уларға һинең заманса ҡушкөбәктән атыу түгел, тырнаҡ менән сиртергә лә хаҡың юҡ. Иң нығы, әлбиттә, өйрәктәр һәм ҡаҙҙар ғәжәпкә ҡаласаҡ. Эттәр өрмәй, мылтыҡтар атмай, кешеләр йүгерешмәй, төнгө усаҡтар янмай.
Ярай, беҙҙең халыҡ бынан ауырыраҡты кисергәне бар. Бер йылға түҙербеҙ әле.
Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: