+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Апрель 2020, 15:56

Коронавирустан һаҡланыу сараһы бар.

Кешелек үҙен һаҡлау юлдарын күптән тапты...

Кешелек үҙен һаҡлау юлдарын күптән тапты.
Коронавирустан һаҡланыуҙың иң отошло һәм берҙән-бер юлы күптән билдәле. Ул да булһа, вакцинация.
Профессор Александр Горелов:
– Ошо көнгә тиклем кешелек сирҙәргә ҡаршы вакцинация үткәреүҙән дә отошлораҡ юл таба алманы. Вакцинация әлегә тиклем кешелеккә 25 йыл ғүмер бүләк итте, – тине.
Профессор әйтеүенсә, әлегә тиклем вакцинаның юҡлығы лаборатория өсөн коронавирус менән сирләүсе хайуандар юҡлығы менән бәйле.
Шул уҡ ваҡытта, йорт шарттарында йоғошло сирҙең кешеләрҙән бесәйҙәгә күсеүе мәғлүм. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Ҡытайҙың Ухань провинцияһындағы бесәйҙәрҙең 15 проценты самаһы коронавирус менән сирләй.
Заманында вакцинация Ер шарында йөҙәр миллиондарса кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалды.
Ғалимдар өмөтләндереүенсә, коронавирусҡа ҡаршы вакцина ошо йыл аҙаҡтарына барлыҡҡа киләсәк. Тикшеренеүселәрҙең тырышлығын аңларға мөмкин. Сөнки уларға көн элгәре Нобель премияһы вәғәҙә ителгән.
Читайте нас: