-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Апрель 2020, 10:53

Беҙ хәҙер тормоштоң ҡәҙерен беләбеҙ. Һуңғы аҙна-ун көн беҙҙең һәр беребеҙ өсөн ҙур һынауға әйләнде.

Барыбыҙ ҙа үҙ өйҙәрендә, үҙ йорттарында, фатирҙарында ҡамалыу шарттарында йәшәп ҡараны.Ә ҡамалыу һис тә еңел түгел икән. Беҙ хәҙер иректең, иркен тормоштоң ҡәҙерен беләбеҙ. Иркенләп, алан-йолан ҡаранмай, документтар күрһәтмәй ҡала буйлап бер үтке килә.

Барыбыҙ ҙа үҙ өйҙәрендә, үҙ йорттарында, фатирҙарында ҡамалыу шарттарында йәшәп ҡараны.
Ә ҡамалыу һис тә еңел түгел икән. Беҙ хәҙер иректең, иркен тормоштоң ҡәҙерен беләбеҙ. Иркенләп, алан-йолан ҡаранмай, документтар күрһәтмәй ҡала буйлап бер үтке килә.
Салауат һәйкәле эргәһендәге майҙан да халыҡ юҡлығынан биҙрәп ҡалғандыр инде. Театрҙарға, концерт залдарына йөрөүселәр тамашаларҙы, моңло көйҙәрҙе һағынғандыр. Кемдер, бәлки, уйын-көлкөгә һирәк йөрөгәндер, таныштары менән дә онотҡанда бер генә күрешкәндер. Хәҙер йышыраҡ йөрөгө, йышыраҡ күрешке килә.
Ә һеҙ ҡасан һуңғы тапҡыр тыуған яҡтарға ҡайттығыҙ әле? Белештегеҙме, улар нисек йәшәй? Ниндәй мәшәҡәттәр кисерәләр? Шуларҙы ҡайтып күрге килә. Бер ҡалала йәшәп, яҡындарыңды, ейән-ейәнсәрҙәреңде күрмәйенсә, уларҙы яратмайынса нисек йәшәргә мөмкин?
Ниһайәт, ҡулдарыбыҙ эш көҫәй. Йылдар буйы башҡарған һөнәребеҙ һағындырған.
Беҙ хәҙер киләсәктә нимә көткәнен дә белмәйбеҙ. Һәр яңылыҡ һайын, үткәндәр менән сағыштырасаҡбыҙ, элек шулай ине, хәҙер – былай, ә ҡасан ғына иркен ине, хәҙер һәр кеше менән аралашҡанда уйларға, һағайырға, һаҡланырға тура килә. Беҙ түгел, тормош шулай мәжбүр итә.
Сәйәсмәндәрҙең береһе әлеге хәл-ваҡиғаларҙы Икенсе бөтә донъя һуғышы менән сағыштырғайны. Тотош Ер шарын, миллиондарса кешенең яҙмышын хәл итеүен иҫәпкә алһаҡ, урынлы сағыштырыу һымаҡ.
Ата-бабаларыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышынан еңеп ҡайтҡан. Хәҙер беҙгә аяуһыҙ сирҙе еңеп, үҫеп килеүсе быуындарға һаулыҡ бүләк итеү бурысы тора. Һуғыш юғалтыуһыҙ булмай. Беҙҙең алышта ла, үкенескә ҡаршы, күп түгел, ләкин һәләк булыусылар бар.
Әйткәндәй, шуға иғтибар иттем, элек дауаханала үлгәндәрҙе вафат булған, ә һуғышта үлгәндәрҙе һәләк булған, тип әйтәләр ине. Күпселек мәғлүмәт саралары йоғошло сирҙән үлеүселәрҙе һәләк булған, тип әйтә. Кем белә, бәлки улар хаҡлылыр.
Һуғыш, тигәс, бөйөк шағирыбыҙ, аҡыл эйәһе Мостай Кәрим иҫкә төштө. Ул бер сығышында Еңеү – Победа һүҙенең этимологияһы тураһында ифрат ҡыҙыҡлы фекер әйткәйне. Еңеү – Победа һуғыштан һуң, изге яуҙан һуң була. Ә һәр һуғыш ул – үҙе бер ҙур бәлә. Мәшһүр шағир, “победа” һүҙе “после беды” тигән мәғәнәлә түгелме икән, тигән фекер белдергәйне. Ошо коронавирус һымаҡ сирле бәләнән дә ҡотолһаҡ ине. Иҫән-һау булығыҙ! Йортоғоҙға именлек!
Читайте нас: