+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Апрель 2020, 14:08

КҮРӘҘӘЛӘР БЕҘГӘ НИМӘ ФАРАЗЛАЙ? БЕҘҘӘ ЙӘШӘҮҘЕҢ МӘҒӘНӘҺЕ БАРМЫ?

Иғтибар иткәнһегеҙҙер, беҙҙеке һымаҡ болғауыр заманда күрәҙәләрҙең әһәмиәте күтәрелә, уларҙың яҙғандарына йышыраҡ мөрәжәғәт итәләр, өмөтлөрәк һүҙҙәр эҙләйҙәр.Ванганың әйткәндәре бөтәбеҙгә лә таныш, барлыҡ илдәр ҙә ул һыҙған юлдан алға атлай.Һуңғы арала Эдгар Кейси әфәнденең күрәҙәлектәре кешеләр араһында таралып китте. Ул һуғышты немецтар башлауын да, аҙаҡтан еңелеүен дә әйтеп ҡалдырған. Хатта 1929 йылдағы “Бөйөк көрсөк”тө лә Эдгар Кейси алдан белгән.

Иғтибар иткәнһегеҙҙер, беҙҙеке һымаҡ болғауыр заманда күрәҙәләрҙең әһәмиәте күтәрелә, уларҙың яҙғандарына йышыраҡ мөрәжәғәт итәләр, өмөтлөрәк һүҙҙәр эҙләйҙәр.
Ванганың әйткәндәре бөтәбеҙгә лә таныш, барлыҡ илдәр ҙә ул һыҙған юлдан алға атлай.
Һуңғы арала Эдгар Кейси әфәнденең күрәҙәлектәре кешеләр араһында таралып китте. Ул һуғышты немецтар башлауын да, аҙаҡтан еңелеүен дә әйтеп ҡалдырған. Хатта 1929 йылдағы “Бөйөк көрсөк”тө лә Эдгар Кейси алдан белгән.
Иң ҡыҙығы шул, быларҙың барыһын да ул йоҡлағанда һөйләгән. Ә иртән, йоҡонан торғас, бер нәмә лә хәтерләмәгән.
Рәсәйгә, йәки СССР-ға ҡағылышлы фараздары ҡыҙыҡлы. Ул Советтар союзы тарҡаласаҡ, ләкин аҙаҡтан яңынан барлыҡҡа киләсәк, тип әйткән.
Хатта заманында Ванга Кейсиҙың һүҙәрен, дөрөҫ, тип хуплаған. Нимә өмөтләндерә, Кейси: “Өсөнсө бөтә донъя һуғышы булмаясаҡ”, – ти. Ә бына уның Ер шарында буласаҡ һәләкәттәр, вулкандар урғылыуы, ер тетрәүе хаҡындағы фараздары миңә лә оҡшаманы. Сөнки был тетрәнеүҙәр Рәсәйгә туранан-тура ҡағыласаҡ. Катастрофалар һөҙөмтәһендә ҙур ҡитғалар һыуға батасаҡ, вулкандарға күмеләсәк, ә Рәсәй был тетрәнеүҙәрҙән иҫән-һау ҡотоласаҡ һәм өр-яңы цивилизацияға нигеҙ һаласаҡ. Уның үҙәге Себерҙә буласаҡ.
Һиҙәһегеҙме, ҡурҡыныс һәм дөрөҫлөккә оҡшамаған, ләкин күңелгә яҡын һүҙҙәр. Ерҙә климаттың үҙгәреүе, йылыныу, быйылғы ҡышты үҙегеҙ күрҙегеҙ, бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәгән һымаҡ. Әйткәндәй, ни өсөн Себер донъя цивилизацияһының үҙәгенә әйләнәсәк? Эдвард Кейси раҫлауынса, Рәсәйҙең бөйөклөгө шунда, бында мәңгелек ҡиммәттәрҙе һәм диндәрҙе хөрмәт итәләр һәм үҫтерәләр. Бына быныһы миңә оҡшай, мәҫәлән.
Ышанырғамы, юҡмы, һәр кемдең шәхси эше. Шуға күрә беҙҙең маҡсат – инандырыу түгел, һеҙгә Кейси әфәнде күҙаллаған киләсәк тураһында һөйләү генә.
Иҫән-һау булайыҡ!

-------------------------
Дуҫтар! "Бәйләнештә" сайтында беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: