+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Апрель 2020, 12:58

Табиптарға һорауым бар. Сирлеләрҙән, килгәс тә, анализ алмайҙармы ни?

Республика етәкселегенең коронавирусты ауыҙлыҡлау, үҙҡамау тәртибен үтәү, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, карантин сараларына етди ҡарау һымаҡ изге ғәмәлдәрен халыҡ аңлап ҡабул итә.

Республика етәкселегенең коронавирусты ауыҙлыҡлау, үҙҡамау тәртибен үтәү, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, карантин сараларына етди ҡарау һымаҡ изге ғәмәлдәрен халыҡ аңлап ҡабул итә.
Тик мине Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында хроник сирле 80 йәшлек пациенттың вафат булыуы һағайта. Хәҙер һаулыҡ һаҡлауҙан алыҫ торған кешеләр ҙә коронавирустың иң тәүҙә өлкәндәрҙе, хроник сире булғандарҙы алып китеүен белә. Мәғлүмәт слараларында был хаҡта күп яҙҙылар.
Ә РКД-ла был хаҡта әллә белмәйҙәрме икән?
Дауаханала 500 табип, 500 дауаланырға килеүсе. Хәҙер уларҙы ике аҙна ҡамауҙа тоторға кәрәк. Бер яуапһыҙлыҡ барлыҡ республикала ай буйы, тип әйтерлек, башҡарылған эштәрҙе, һаҡланыу сараларын юҡҡа сығара түгелме һуң?
Минең уйлауымса, коронавирустан вафат булғандар өсөн төньяҡ зыяратта мең урын бүленеүен, крематорий төҙөлөшөн дә халлыҡты уяу булырға саҡырыу, үҙҡамау талаптарын теүәл үтәүҙе тәьмин итеүгә өндәү, тип кенә аңлайым. Иҫән-һау булайыҡ!
Читайте нас: