+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Апрель 2020, 14:15

КЕМДӘРҘЕҢДЕР БҮРЕҺЕ ОЛОЙМО ИКӘН? БЕҘҘӘ ҺУНАР ТЫЙЫЛЫУЫН ҠЫР ҠАҘҘАРЫ ӘЛЛӘ БЕЛӘМЕ?

Башҡортостандың көньяҡ райондарында йәшәүселәр йылы яҡтарҙан шул тиклем күп ҡыр ҡаҙының ҡайтыуын тәүге тапҡыр күрә. Был кадрҙар донъяның барлыҡ мәғлүмәт сараларын да урап үтте, тип әйтергә мөмкин. Орнитологтар иҫәпләүенсә, ҡоштарҙың һаны бер нисә мең иҫәпләнгән. Һорау: әллә улар беҙҙә һунар миҙгеленең тыйылыуын белдеме икән? Белмәһәләр, шул тиклем дә ҡаңғылдашып Поляр һыҙыҡы аръяғындағы Урал тауҙарына ынтылмаҫтар ине.

Улар ҡырыҫ тауҙар ҡосағында үҙ иштәрен табып, ғаилә ҡороп, йомортҡа баҫып, ҡошсоҡтарын сығарасаҡтар. Ҡыр ҡаҙҙарын унда еңел, хәүефһеҙ тормош көтмәй. Былай төлкөләр, аҡ төлкөләр һағалап йөрөй, ләкин ҡаҙҙарҙың күбеһе үҙҙәренә генә хас әрһеҙлек менән балаларын көҙгә тиклем осорға өйрәтеп, көньяҡ йүнәлештә оҙайлы һәм ауыр сәфәргә әҙерләйәсәк.
Ә был хаҡта ҡайҙан беләһең, тип һорайһығыҙмы?
Телевизорҙан. 20-30 йыл элек “Йәнлектәр донъяһында” тигән тапшырыу була торғайны. Шунан хәтерҙә ҡалған.
Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: