+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Апрель 2020, 20:31

ТҮҘЕМЛЕ БУЛАЙЫҠ! БЕҘҘЕ ТӘРТИП ҺӘМ ЯУАПЛЫЛЫҠ ҠЫНА ҠОТҠАРАСАҠ.

Йоғошло сиргә ҡаршы көрәш өр-яңынан башлана. Бөгөн Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 170 һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре һәм уларҙың пациенттарында беренсе һынау, үкенескә ҡаршы, ыңғай һөҙөмтә биргән.

Беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе оҙайлы ҡамау һәм карантин көтә. Башҡа юл юҡ, ошо ауыр һынау алдында барлыҡ республика тупланырға, карантин талаптарын теүәл үтәргә һәм сиргә ҡаршы көрәшергә тейеш.
Быға тиклем булған үҙҡамау һәм карантин сараларын әлегә еңелсә һынау һәм өйрәнеү этабы тип кенә ҡарарға мөмкин. Әлегә Роспотребнадзор тарафынан яңынан тикшереү эштәре бара, карантин талаптары көсәйәсәк. Бөгөндән үҙҡамау тәртибен боҙоусыларҙан штраф түләтә башлаясаҡтар. Урамдарҙа тәртип көсәйәсәк, башҡа юл юҡ.
Һүҙ хәҙер республика халҡын ҡотҡарыу хаҡында барасаҡ. Ни тиклем тәртипле һәм карантин талаптарын теүәл үтәһәк, беҙ был афәттән мөмкин тиклем иртәрәк ҡотоласаҡбыҙ.
Читайте нас: