+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Апрель 2020, 01:29

ЭХ, ҺИН, КҮҢЕЛҺЕҘЕМ ҺИН МИНЕҢ! Хикәйә. Туғыҙынсы өлөш.

...Азат машинаһы менән Диләнең фатиры урынлашҡан подъезд алдында ултыра ине. Хәҙер Дилә ҡайтһа, ҡала буйлап машинала йөрөтә лә, бәлки берәй ресторанға инеп сығырҙар. Бына – сәскәләр, бына – никах балдағы. Азат тәүәккәлләргә булды. Былай булмай, күпме һәүерекләп йөрөргә мөмкин? Атаһы менән әсәһе лә ныҡыта, һаман өйләнмәйһең, тиҙәр. Азат подъезд алдына ҡап-ҡара “крузак” килеп инеүен күреп ҡалды...

Дилә Азат йәшәгән йорттоң эргәһенә килеп, мөйөштән боролоуға, егеттәрҙе күреп, туҡтап ҡалды. Ишек алдында ап-аҡ “Тойота” ултыра! Азат һатып алған икән. Бөгөн генә номер алғандар, дуҫы менән ҡыуанышып йөрөп яталар. Диләнең барам да, ҡосаҡлайым да, үбәм, тигән хыялы юҡҡа сыҡты.
– Мәсеткә алып барып, доға уҡыттырырға кәрәк, – тине Иҙел белдекле төҫ менән.
– Уныһы артыҡ булмаҫмы? – тип ҡаршы төштө Азат. – Бер түгел, алты хәүефһеҙлек мендәре, шулар етмәгәнме?
– Йолаһы шулай, – тип ныҡышты Иҙел. – Ана, тәүге “копейка”һын атай 80-се йылдар тирәһендә алған, 2000-се йылдарға тиклем йөрөнө лә ҡуйҙы, һыҙырылған ере лә юҡ.
– Ә мин һеҙгә ярҙам итә алам, – тине Дилә. – Аятел Көрси яраймы?
– Иң шәбе шул инде, – тине Иҙел. – Йә, әле, уҡып күрһәт.
Дилә машинаны әйләнеп сыҡҡансы бер уҡыны, ышаныслыраҡ булһын, тип салонға кереп, ултырып та уҡыны.
– Шәп, – тине Иҙел. – Шартына килтерҙек! Ә хәҙер йыуабыҙ!
Өсәүләшеп фатирға күтәрелделәр, ҡыҙ тиҙ генә бәлеш бешерә башланы, ә егеттәр залда һөйләшеп ултыра.
– Хәҙер автомобиль алғас, кәләш һайлаһаң да була, – тине Иҙел һәр һүҙенә мәғәнә һалырға тырышып.
Аш бүлмәһендә һауыт-һаба менән булышҡан Дилә тымды. Нимә әйтер икән?
– Мин дә шуны уйлап тора инем, – тип һөйләнде Азат. – Атайым менән әсәйем дә, хәҙер өйләнергә генә ҡалды, тинеләр.
– Ә кемгә өйләнергә итәһең? – Иҙел һаман ныҡыша.
– Белмәйем инде, баш ҡатҡан, – тине тегеһе, үҙ алдына һөйләнгәндәй.
Өсәүләшеп ултырып, күңелле генә итеп ашанылар. Азат араҡы ла, шарап та сығарғайны, Иҙел сәсрәп тороп, юҡ, юҡ, эсмәйбеҙ, тип кире ҡаҡты. Бер үҙе булғас, Азат та шешәләрҙе асып торманы.
Һуңынан Азат яңы автомобилдә икеһен дә фатирҙарына илтеп ҡуйырға теләк белдерҙе.
– 11-ҙән һуң машиналар әҙ була торған, ҡала тыныс, юл иркен – йөрөп өйрәнәйем, – тине Азат.
Тәүҙә Иҙелде ҡалдырҙылар, аҙаҡ Диләне оҙатырға китте.
– Йә, ярай, – тине хушлашып Дилә. – Машинаң бар, кәләш тап, геүләтеп, туйыңды үткәрербеҙ!
Азат тыйнаҡ ҡына көлдө лә ҡуйҙы.
– Әллә, машинамды оҡшатырҙармы икән? – тине ул. – Кәләштәргә бит хәҙер текә автомобиль, ҙур фатир, юғары эш хаҡы кәрәк, – тине зарланған һымаҡ.
– Шулайҙыр, – тип ризалашты Дилә шаяртып. – Бына миңә машинаһыҙ, фатирһыҙ, аҡсаһыҙы ла табылмай әле.
– Үҙең теләмәйһеңдер, – тине Азат һаман шаярып.
– Теләп кенә, нимә сығарайым инде, фатир яллайым, инженер ғына булып эшләйем, эш хаҡым әллә ни юғары түгел, машинам түгел, үҙ ғүмеремдә велосипедым да булманы. Йә, ярай, хушлашайыҡ. Ипләп йөрө, – тигәс, егеттең сикәһенән үбеп алды ла, машинанан сыҡты.
Фатирына күтәрелгәс, яңынан тәҙрә аша ҡараны. Машина һаман ултыра ине әле.
Икенсе көнөнә, эшкә барғас, сәғәт 11-ҙә Диләне Завод идаралығына саҡырҙылар. Был хаҡта берәүгә лә әйтмәҫкә ҡушылғайны. Йәшереп буламы һуң инде, белмәгән кеше ҡалманы. Иван Петрович менән өҫтәлмә курсҡа барыу хаҡында һөйләшергә саҡырғандар, тип хәбәр сығарҙылар. Диләне ишек алданда бер егет ҡаршыланы һәм шунда уҡ лифт менән иң юғары ҡатҡа күтәрелделәр. Бер минут та көтмәне, бер бик йыйнаҡ бүлмәгә яғымлы ғына бер кешегә алып керҙеләр. Ул үҙен Роберт, тип таныштырҙы, фамилияһын әйтеп торманы.
– Беҙҙең һөйләшеү, осрашыу хаҡында берәү ҙә белергә тейеш түгел. Бында булыуығыҙ хаҡында бөгөн үк оноторға мөмкин. Беҙҙе һеҙҙең теге ваҡыт кемдәр менән сәй эсеүегеҙ, рюмкаларға кемдең ҡойоуы, нимә эсеүегеҙ ҡыҙыҡһындыра. Һуңынан хәлегеҙ нисек үҙгәрҙе, шуны белергә теләйбеҙ.
Дилә барыһын да ентекләп һөйләп бирҙе, өс йотомдо тулыһынса эсеүе, ун биш-егерме минут та үтмәй, йоҡоһо килә башлауы һәм башҡа билдәләрҙе теүәл итеп һөйләне. Мәғлүмәтте алғандан һуң егет бүлмәне ҡалдырып, ҡайҙалыр барып килде.
Аҙаҡ былай һөйләштеләр: хәҙер Дилә цехҡа барғас, үҙенә Германия заводтарының береһендә бер айлыҡ стажировка үтеү хаҡында тәҡдим итеүҙәрен әйтә. Стажировка, ысынлап та, буласаҡ, ләкин уның барыуы-бармауы – икенсе мәсьәлә. Коллегалары, әлбиттә, сәй ойоштороуҙы талап итәсәк. Шунда күренәсәк, сәй-мәйҙе ойоштороу Мансур менән Хаятҡа йөкмәтелә. Ә кисен сәй процесы тулыһынса контролдә була.
Сәйҙән һуң Дилә шарапты эсмәйенсә, рюмкаһы менән алып ҡуясаҡ һәм Робертҡа тапшырасаҡ.
Аҙна уртаһы булғас, сәй тигәндәре оҙаҡ барманы, берәм-берәм ҡабаланышып сығып та киттеләр. Дилә әлегә урынында ултырып ҡалды. Күп тә үтмәне, Роберт бер кеше менән килеп керҙе һәм рюмканы алып, шарабын – пластик һауытҡа, ә рюмкаһын полиэтилен пакетҡа һалып алды.
– Хәҙер мин нимә эшләргә тейеш? – тине Дилә.
– Һеҙ ролегеҙҙе еренә еткереп үтәнегеҙ, – тип йылмайҙы Роберт. – Һеҙ теләһәгеҙ, мин һеҙҙе оҙатып ҡуя алам. Дилә ризалашты.
Ә был ваҡытта Азат машинаһы менән Диләнең фатиры урынлашҡан подъезд алдында ултыра ине. Хәҙер Дилә ҡайтһа, ҡала буйлап машинала йөрөтә лә, бәлки берәй ресторанға инеп сығырҙар. Бына – сәскәләр, бына – никах балдағы. Азат тәүәккәлләргә булды. Былай булмай, күпме һәүерекләп йөрөргә мөмкин? Атаһы менән әсәһе лә ныҡыта, һаман өйләнмәйһең, тиҙәр. Азат подъезд алдына ҡап-ҡара “крузак” килеп инеүен күреп ҡалды. Бында күбеһе арзанлы фатир яллаған, һәр хәлдә, “крузак”ка дәғүә итмәгән ғаиләләр йәшәй. Кем булыр икән? Ул арала булмай, руль артынан ыҫпай ғына бер егет төштө, артҡы ишекте асты. Ә унан... Унан Дилә сыҡты һәм подъезына кереп тә китте. Азаттың тыны ҡыҫылды, башы әйләнеп китте, нимә эшләргә белмәй, “крузак” алдында көсөк һымаҡ ҡына күренгән “Королла”һын ҡараны, ул арала булмай, “крузак” артҡа бирҙе һәм эргәләге күләүекте “Королла”ға сәсрәтеп, сығып та юғалды.
Азат тештәрен шығырҙатты. Бына шулай була ул алты йыл буйы ауыҙыңды асып йөрөһәң. Күрмәҫтәр, күҙ һалмаҫтар, эйә табылмаҫ, тигәйнеңме? Табыла ул, ни эшләп табылмаһын. Айырыуса, Дилә һымаҡ ҡыҙға. Ана, теге көндө үҙең күрҙең, үҙенең намыҫы өсөн йәнтәслимгә нисек алышты. Азат ҡыҙҙы үҙе менән беренсе тапҡыр сағыштырып ҡараны. Үҙе, үҙе һуң ошондай хәлгә ҡалһа, ни эшләр ине? Шулай уҡ баҙнатһыҙ кешеме ни һин, тип үҙен дә әрләп алды.
Хәҙер ултыраһың инде асылған ауыҙыңды ла ябырға онотоп, кеше автомобиленән көнләшеп. Шул ваҡыт Азат үҙен ҙур бер бәхеттән мәхрүм ҡалған һымаҡ тойҙо. Кисә генә эргәлә ине бит, миңә кейәүгә сыҡ, тип кенә әйтергә ине, ана бөгөн “Лэнд Крузер” менән оҙатып ҡуйҙылар. Ҡуй инде, хәҙер ҡайтып, тағы ла мендәр ҡосаҡлап, йоҡларға ғына ҡала инде.
Азат Дилә йәшәгән йорттоң тәҙрәләренә ҡараны. Ҡайһы тәҙрә уныҡы икән? Йылға яҡын ошонда йәшәй, бер тапҡыр килеп, фатирын да күрмәне. Хәҙер шылтыратып һораһа, уңайһыҙ, тотор ҙа, минең нисек килеп төшкәнемде күрҙеңме, тип һорар һымаҡ. Һорамаһа ла, һиҙер кеүек.
Азатҡа шулай тойолдо: уның яратҡан ҡыҙын ҡайҙалыр алып китәләр. Нисек алып китәләр? “Крузак”ка ултыртып, алып килеү генә алып китеү, тигән һүҙ түгел бит әле. Иртәгә барыһын да асыҡларға, кәрәк булһа, көрәшергә, яуларға кәрәк! Нисек инде, кисә генә сикәһенән үбеп, төшөп китте, ә бөгөн “крузак”ка ултырып йөрөй? Ҡулында сәскәһе бар инеме? Юҡ. Тимәк, уның бәхетенә берәү ҙә үрелмәй. Ә бөгөн ауыҙ асып тороуыңда үҙең ғәйепле – алдан һөйләшергә ине.

----------
Алдағы өлөштәр:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: