-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Апрель 2020, 12:00

ӘНҮӘР НУРҒӘЛИЕВҠА РӘЛИФ КИНЙӘБАЕВТАН АСЫҠ ХАТ.

Беҙ һинең менән таныш түгел, ләкин мин һинең йырҙарыңды ишеткәнем бар. Бәлки һин минең спектаклдәремде “Нур” театрында, йә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ҡарағанһыңдыр. Ләкин бөгөнгө һүҙем ижадтарыбыҙ хаҡында түгел. Иң тәүҙә әнейең вафат булыу сәбәпле, ауыр ҡайғыңды уртаҡлашам. Был донъяла мәңге бөтмәй торған ҡайғы-хәсрәттәр була. Һинең хәлеңде аңлайым, сөнки өс йыл элек минең дә әсәйем вафат булды. Әсәйемде юғалтыуҙан ҡайғырыуым, мәңге уңалмаҫ яра һымаҡ, йөрәгемде һулҡылдатып тик тора.

Беҙ һинең менән таныш түгел, ләкин мин һинең йырҙарыңды ишеткәнем бар. Бәлки һин минең спектаклдәремде “Нур” театрында, йә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ҡарағанһыңдыр. Ләкин бөгөнгө һүҙем ижадтарыбыҙ хаҡында түгел. Иң тәүҙә әнейең вафат булыу сәбәпле, ауыр ҡайғыңды уртаҡлашам. Был донъяла мәңге бөтмәй торған ҡайғы-хәсрәттәр була. Һинең хәлеңде аңлайым, сөнки өс йыл элек минең дә әсәйем вафат булды. Әсәйемде юғалтыуҙан ҡайғырыуым, мәңге уңалмаҫ яра һымаҡ, йөрәгемде һулҡылдатып тик тора. Белеүемсә, әсәйең дауаханала вафат булған. Табиптар әнейеңдең ғүмерен оҙайтыу өсөн барыһын да эшләгән, ләкин, ниндәй үкенес, әнейеңә сир ҙә йоҡторғандар. Тик быныһы әсәйең вафат булғас ҡына асыҡланған. Беләм, ҡайғың ҙур, табиптарға ла һорауҙарың бар. Әгәр мөмкин булһа, һорауҙарың менән ашыҡмаҫҡа кәңәш итер инем. Сөнки был дауаханала бөгөн республика яҙмышы, беҙҙең яҙмыш хәл ителә. Меңдәрсә кеше дауаханала булған, уларҙың сирҙе йоҡтороуы һәм Рәсәй буйлап таратыуы ихтимал. Табиптарҙың яуапһыҙлығын, дауахана етәкселәренең ошо мәхшәргә юл ҡуйыуын бер нисек тә аҡлап булмай.
Бәлки, әгәр һинең әнейең вафат булмаһа, әнейең мәрхүмә булғандан һуң дөрөҫ диагноз ҡуйылмаһа, республикабыҙҙың төп дауаханаһы йоғошло сирҙе таратыуын һаман да дауам итер ине. Ул көндәрҙә дауаханала меңдәрсә кеше булған, уларҙың һәр береһе, аяҡлы ҡаза һымаҡ, һинең дә, минең дә яҡташтарыбыҙҙың, беҙҙең яҡындарыбыҙҙың тормошона килеп инеүҙәре бик ихтимал ине. Әле сирҙе ауыҙлыҡлау, кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн Хөкүмәт мөмкин булған сараларҙың барыһын да эшләй. Ҡабатлап әйтәм, һинең әнейең бик һәйбәт кеше булған, уйлауымса, Хоҙай тарафынан уға беҙҙе ҡотҡарыу һымаҡ ифрат яуаплы бурыс йөкмәтелгән. Беҙ уның алдында мәңге рәхмәтле булып ҡалабыҙ.
Әнейеңдең йәне Йәннәттә, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел булһын!
Изге теләктәр менән, Рәлиф Кинйәбаев.
Читайте нас: