Мансаф ҡарт юғалып барған хәтер төйөнөн яңынан тоторға самалап, тирә-яғына ҡаранғандай итте. Нисек тартынманы, нисек оялманы, нисек теле әйләнде? Тартынғандай, әллә ҡурҡҡандай: “Атай, әсәйемде айырмаһаң, өйгә ҡайтмайым”, – тине үкенгәндәй. Был һүҙҙәр, боҙ киҫәктәре һымаҡ, аңына барып еткәс, улының нимә өмөт итеүенә төшөнгәс, йән асыуына улына киҙәнгәйне Мансаф, йәш, көслө ҡулдар йоҙороҡто тотоп өлгөрҙө.
– Атай, һин бигерәк бер ҡатлы инде. Әллә мин һинең йоҙороҡ болғауыңа әҙер түгелмен, тип уйлайһыңмы? – тип уфтанды.
Тимәк, нимә әйтерен белгән, атаһының асыуланыуын көткән, һуң, белмәҫкә, маңҡа малай түгел дә инде, утыҙҙы үткән ир, бала атаһы.
Хәтер төйөнө тәрәнгәрәк төштө. Мәргән уҡыны. Нисек уҡыны? Быныһы ҡараңғы. Мансур менән Фәниә, йәштәр уңайлы йәшәһен, тип уларға тәүҙә фатир ялланы, хатта олатай менән өләсәй булып, барып, бәпес күрәбеҙ, тип берҙе ҡунып та ҡайттылар. Киленде күрҙеләр, үҙҙәренсә һығымта яһанылар. Уныһы һис тә килен файҙаһына түгел ине. Фәниәгә, мәҫәлән, килендәренең эштәмен, тигән һылтау менән, төн ауышҡас ҡына ҡайтыуы оҡшаманы. Килен генәләре ҡайтып ингәс тә: “Эшем ауыр, кеше күп, фатирға ла, ялларға, аҡса кәрәк, аҙыҡ-түлеккә лә күп китә”, – тип зарлана башланы. Әйтерһең, Мәргәндең ата-әсәһенән бер ярҙам да юҡ. Олатай менән өләсәй бер-береһенә ҡарашты, ләкин өндәшмәнеләр.
Фәниә генә ҡайтҡанда иҫкә төшөрөп алды: туйҙа күргәндәре, юрағандары барыһы ла раҫҡа сыҡты. Бөркәүле йөк машинаһы менән килеп төшкәйнеләр, сусҡалар мырҡылдашыуына уянып киттеләр. Был ауылда йәшәүселәрҙең кәсебе шул – харам мал аҫырайҙар икән. Мырҡылдауҙары ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы ике көн буйы оҙатып йөрөнө. Уларҙың ауылында бындай хәл булмағас, аптырауҙарының, ғәжәпләнеүҙәренең сиге юҡ ине. Ни хәл итәһең, аҫыраһалар, аҫырайҙар инде. Донъя көтөргә аҡсаһы ла кәрәк бит...
Әлегә Мәргән уҡый. Диплом алғас, эшен хәстәрләнеләр. Бөтәһе лә ҡулай һымаҡ: армияла булған, өйләнгән, дипломы бар – эшлә инде. Килен йылғыр булып сыҡты. Эшләгән еренән тәүҙә бүлмә бирҙеләр, бүлмәһенә ҡушып – бер бүлмәле фатир. Бирмәй һуң, кейәүҙә, балалары бар. Ярты йылда ике бүлмәле фатир йәштәр ҡарамағында ине.
Тик Мәргәндең эше килеп сыҡманы. Быныһы аҙаҡ мәғлүм булды. Йәй көнө Өфөнән хәбәр килде: “Ялға ҡайтабыҙ”. Атай менән әсәй ике аҙна буйы баш та күтәрмәй әҙерләнде лә ҡуйҙы. Әҙерләнмәй, улдары ҡайта бит килен менән, танһыҡ ейәнсәр менән! Ниһәйәт, килеп төштөләр. Килендең эше, һәр ваҡыттағыса, тығыҙ икән, бушамай, ҡайҙа инде ул еләккә сығыу, бесән сабыу, картуф утау.
– Иртәгә мин иртән ҡуҙғалам, – тип ҡәтғи генә белдереү яһаны килен икенсеме, өсөнсөмө көнгә.
– Бәй, бер-ике аҙна тормайһыңмы ни? – тине ҡәйнәһе. – “Отпускы” оҙаҡ була ла инде ул.
– Эшем күп, өсәүләшеп, ял итеп ятһаҡ, донъяны кем алып барыр?
Барыһы ла йыйылып бөткәс, килен кеше бәхәсләшергә урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп былай тине:
– Мәргән Фәриҙәне август аҙаҡтарына килтереп ҡайтыр.
– Нисек килтереп ҡайтыр? – тине Фәниә аптырағас.
– Мин хакимиәттә һөйләшкәнмен, Мәргәнгә ошонда эш ҡарарҙар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Өфөлә кеше бер-береһен ашарға тора, арыу урынға уны яҡын ебәрмәйҙәр. Беҙ Мәргән менән шулай һөйләштек: ул карьераһын түбәндән – райондан, ауылдан башлаясаҡ. Эшләһен, өйрәнһен, үҙен күрһәтһен. Шунан һуң Өфөгә күсерербеҙ, яйы сыҡҡан һайын, килеп торор.
Мансаф шуға төшөндө: был ябай килен түгел, донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған, утты-һыуҙы кискән, сыныҡҡан. Бының менән бәхәсләшеү мөмкин түгел. Фәниәһе лә аптыранды, ләкин улар әлегә икеһе лә бөгөнгө һүҙҙәрҙең киләсәктә ир менән ҡатындың да, олатай менән өләсәйҙең дә тормошоноң аҫтын өҫкә килтеререн һис кенә лә күҙ алдына килтермәй ине.
Былай Мәргән эшһеҙ ҡалманы. Йәш, дәртле, күҙгә күренеп тора. Күрше Кинйәғол ауылында директор урыны бушаны. Бер аҙ йүгергеләп алырға тура килде, юғиһә, урынын кемгәлер вәғәҙә итеп тә өлгөргәндәр. Арлы-бирле итеп, элекке бәйләнештәрен эшкә ҡушып, директор вазифаһын эләктереп өлгөрҙө. Килендең дә һүҙе үтте. Иң мөһиме, эш хаҡы ла һәйбәт, коллектив ҙур түгел, тик күбеһе йәштәр икән. Ошо хәл Мансафты һағайтты. Баяғы, Мәргәне дәртле генә, “тышауын ысҡындырып” ҡуймаһа, ярар ине.
Ул арала булмай, ҡыҙҙарының береһе Өфөнән береһенән-береһе ғибрәтлерәк хәбәрҙәр тейәп ҡайтҡан. Фәниәһе, аңғармаҫтан, уларҙы иренә килтереп өйҙө. Баҡ тиһәң, килен бик үк инсафлы ла, тәрбиәле лә булмаған, имеш. Матур һүҙҙәр һөйләп кенә йөрөй, үҙенең әхлаҡи тәртибен дә бик һанламай, ир-ат заты менән дә үҙен иркен тота икән.
Ошо барлыҡ хәбәрҙе Фәниә үҙендә бер нисә көн тотоп, “әсеткәндән” һуң, Мәргәне бер ялға ҡайтҡанында, илай-илай сығарып түкте. Уның иң ҙур хатаһы ошо ине. Мәргәненең, аҙаҡ билдәле булыуынса, икенсе бер йәш уҡытыусыға эҫенеп китеүен, тегеһенең тиҙ арала ике ҡатланыуынан һуң ғына ишеттеләр.
Ләкин йәш килен район үҙәгендә дауахана юлын ныҡ тапай башлағас, ауырға ҡалыуын йәшерер кимәлдән үткәс, бындағы хәлдәр Өфөгә тейешле урынына барып етте. Һәм бер көн “Волга” менән асыулы килен ҡайтып төштө. Ул бындағы хәл-ваҡиғаларҙың булғанын ғына түгел, әлегә булып өлгөрмәгәнен дә туплаған, хәл иткес һығымта яһаған, тик үҙенең ҡарарын иғлан итер өсөн генә килеп төшкән икән:
– Мин бындай хәлдән һуң ғаиләне һаҡлауҙың кәрәген күрмәйем. Мин улығыҙҙан айырылам, беҙ барлыҡ бәйләнештәрҙе өҙәбеҙ. Улығыҙ үҙ көнөн үҙе күрһен, ә ҡыҙымды эҙләп йөрөмәһен! – тине һәм “Волга” багажнигынан хәҙер элеккегә әйләнгән иренең ваҡ-төйәк әйберҙәрен сығып алырға ҡушты.
Шунда Фәниәһе аңына килде:
– Был бит күрәләтә нахаҡ! Үҙе һуң, үҙе! Сусҡа аҫыраған ауылдан сығып, Өфөгә барып етеп... Уф... Әллә, килен, һинең нимәләр ҡыйланыуыңды беҙ ишетмәй, тиһеңме? Кешеләр күҙһеҙ түгел. Тәүҙә ғәйепте үҙеңдән эҙлә! “Ауылдан башлай, карьера яһай, Өфөнө яулай”, – тип кем тәмле һүҙҙәр менән ирҙе ташлап китте? Бына шунан башланды һеҙҙең ғаиләнең тарҡалыуы!..
Ярай, Мансаф айырып ҡалды, бер-береһенә ташланалар ине. Сәстәр йолҡолманы, күлдәктәр йыртылманы. Килендә ояттың саҡ ҡынаһы ла юҡ икән, әллә күпме ауыр һүҙҙәр ташланы, әллә күпме нахаҡ өйҙө.
– Эх, килен, һин родной килен бит, – тип Мансафҡа илап ебәреүҙән башҡа сара ҡалманы.
Ул арала булмай, Мәргән үҙе ҡайтып төштө, хәбәр уға ла барып еткән икән. Өйҙәге ҡысҡырышыуҙан тәҙрәләр зыңлап, стена-түшәмдәр дер һелкенеп торҙо. Низағ, Мәргән килеп ингәс, ҡыҙыуыраҡ һәм ҡеүәтлерәк төҫ алды. Мәргән дә ишеткәндәрен йыйып барған икән, өндәшмәй генә йөрөгән, бисә генәһен бер-ике миҫал менән урынына ултыртып ҡарағайны, тегеһе әсәһенә төртөп күрһәтте лә:
– Ғүмер буйы әсәйеңдең аҡылы менән йәшәнең, шулай булғас, бынан һуң да әсәйеңдең аҡылы менән йәшә! – тип тыҡылдата баҫып, сығып китте.
Ғаилә өсөн көрәш бының менән генә бөтмәне. Ул дауам итте, ике яҡ та бер-береһен аяп торманы, береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ, ғибрәтлерәк дәлилдәр килтерелде. Хатта күпмелер ваҡыттан һуң Мансафты өмөтләндереп, Өфөләге килендәре икенсегә атай булған Мәргәнде саҡыртып алған, имеш, тигән хәбәр ҙә яңғырап ҡалды. Мәргән барған икән. Ҡайтты, ап-айныҡ, бер аҙна ҡатынында йәшәгән, кәйефе былай һәйбәт һымаҡ. Әсәһе аш яраштырып, һалма ҡырҡып йөрөй, атай менән келәт ышығында һәүетемсә генә гәп һуғалар. Улы айныҡ, күҙҙәре генә битараф, әйтер һүҙе бар икән шул. Бер аҙ ултырғандан һуң Мәргән, көтмәгәндә арҡаға ҡаҙаған бысаҡ һымаҡ: “Атай, әсәйемде айырмаһаң, өйгә ҡайтмайым!” – тине. Мансафтың өҫтөнә таш ишелгән һымаҡ булды. Ғүмер буйы яратҡан, ете бала табып биргән, тайғанда – таяныс, йығылғанда йыуаныс булған ҡатынын, пенсияға сыҡҡас, нисек айырып ебәрһен? Ул бит ҡатынын әле лә ярата!