+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Апрель 2020, 15:00

БЕҘ ТАЯНҒАН ЕР. БӨГӨН – ЕР КӨНӨ.

Дөрөҫ булһа, барлыҡ йыһанда тере йән эйәләре йәшәгән берҙән-бер планета ул – Ер. Ер, Ер шары бынан бәхетлеме икән – әйтеүе ҡыйын. Әүәлерәк Ер шарының йыһандағы башҡа планеталарға “яҙған” мөрәжәғәте менән танышырға насип булғайны. Беҙҙең Еребеҙ үҙенең санитар-гигиена талаптарын үтәй алмауына, йыуыныуҙан мәхрүм булыуына бик зарланған. Йыуына алмағас, тәнендә төрлө йәнлектәр барлыҡҡа килде. Улар соҡоналар, тишәләр, шартлаталар, емерәләр, тип үҙенең зарын һөйләгән.

Ә дөрөҫөн әйткәндә, берҙән-бер Еребеҙ дөрөҫ зарлана бит. Ерҙең майын һурып бөтөп барабыҙ, яңынан-яңы эпидемиялар килеп сыға, бындай йәшәү шарттарына Ер нисек түҙә икән? Бындай һынауҙарҙы, Ерҙән башҡа, берәү ҙә күтәрә алмаҫ ине.
Ә нимә өсөн ул Ер көнө? Сөнки беҙҙең Ер ул – беҙҙең берҙән-бер төйәгебеҙ. Ул беҙҙе ашата, кейендерә, үҙенең өҫтөнән атларға, йәшәү шарттары булдырырға рөхсәт итә. Ә беҙ уның йомартлығын, мәрхәмәтлелеген уҫал ниәттә файҙаланабыҙ.
Күптән билдәле: әгәр кеше, мең тапҡыр ғәфү итегеҙ, сәсен-башын йүнләп йыумаһа, тәрбиәләмәһә, нимәләр барлыҡҡа килә, беләһегеҙме? Әйтеүе лә уңайһыҙ, ябай ғына итеп әйткәндә, ни эшләй? Нимәләр барлыҡҡа килә? Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ – беттәр. Шулай булғас, әйҙәгеҙ, Еребеҙҙе яратайыҡ, уны ҡарайыҡ, таҙартып тотайыҡ. Йәшәһен еребеҙ – беҙҙең берҙән-бер изге төйәгебеҙ!
Читайте нас: