+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Апрель 2020, 15:07

БЕҘ ҺИНЕ ЯРАТАБЫҘ, КИТАП! БӨГӨН – КИТАП КӨНӨ!

Яңыраҡ Швецияла йәшәп ҡайтҡан бер танышым һөйләне: “Беҙ шведтарҙан 150-200 йылға артта ҡалғанбыҙ. Бер ниндәй “Капитал”һыҙ ғәҙел йәмғиәт төҙөгәндәр, – тип аптыранып һөйләне...

Үткән быуатта барлыҡ Ер шарында иң төп мәҙәни күренештәрҙең береһе – китап булды. Китапты яҙҙылар, китапты нәшерләнеләр, ышанаһығыҙмы, китапты... блат буйынса тараттылар! Бөтәһен дә КИТАП хәл итте. Шул уҡ беҙҙең үҙәккә үткән “Капитал”ды алығыҙ, шуны кемдәрҙер уҡыған, өҫтәүенә, руссаға тәржемә иткән, ул ғына түгел, “Капитал”ды тормошҡа ашырырға теләүселәр ҙә табылған. Шул “Капитал”дың кире тәьҫирен беҙ әле лә тоябыҙ.
Яңыраҡ Швецияла йәшәп ҡайтҡан бер танышым һөйләне: “Беҙ шведтарҙан 150-200 йылға артта ҡалғанбыҙ. Бер ниндәй “Капитал”һыҙ ғәҙел йәмғиәт төҙөгәндәр, – тип аптыранып һөйләне.
Хәҙер ҙә китаптың әһәмиәте юғары. Ләкин уның баһаһы төштө, ул элекке һымаҡ байлыҡ, мәҙәнилек күрһәткесе түгел. “Саң йыя”, “урын юҡ”, “балалар уҡымай”, “аллергия”, тигән һылтау менән, берәмләп, бөртөкләп йыйған китаптарҙан ҡотолалар. Ә беҙ, шулай ҙа, китап уҡып үҫкән, китаплы халыҡ. Китаплы, тимәк, мәҙәниәтле. Үҙ ғүмерендә бер китап уҡымаған кешеләр бар икән. Ә беҙ, йөҙәрләп, меңәрләп китап уҡығандар, үҙебеҙҙең китаптарҙы күпләп уҡыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Хәҙер китап урынын әрһеҙ рәүештә интернет биләй. Ләкин, барыбер, йөкмәткеһеҙ булмай. Шулай булғас, әҫәрҙәрҙе барыбер уҡырға тура киләсәк. Ә йөкмәтке, әҫәр тураһында һүҙ сыҡһа, беҙ һәр ваҡыт китапты күҙ уңында тотабыҙ. Шуға һеҙгә өндәшәбеҙ: китапһыҙ ҡалмайыҡ, китаптан баш тартырға иртә әле!
Читайте нас: