РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ КОНСТИТУЦИЯҺЫНА ҮҘГӘРЕШТӘР ИНДЕРЕҮҘЕ ӨЙРӘНӘБЕҘ.
Рәфғәт Рысаев, хеҙмет ветераны, Стәрлебаш районы:
“Рәсәй Конституцияһы 90-сы йылдарҙа барлыҡҡа килде һәм хәҙергә тиклем ил халҡына хеҙмәт итә. Үҙгәрештәр индереүгә ыңғай ҡарайыҡ. Сөнки беҙ хәҙер икенсе шарттарҙа йәшәйбеҙ. Мәҫәлән, ул осор Рәсәйҙә байҙар һәм олигархтар юҡ дәрәжәһендә ине. Хәҙер улар беҙҙең арала байтаҡ ҡына. Беҙ уларҙың нисек байлыҡ туплауҙарын белергә теләмәйбеҙ, ләкин уларҙың байлығы Рәсәй мәнфәғәттәрендә хеҙмәт итергә тейеш. Күпселек халыҡ Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр сифатында дәүләт хеҙмәтендәге байҙарға сит ил банктарында иҫәп асыуҙы һәм ике илдең гражданлығына эйә булыуҙы тыйыу хаҡында төҙәтмәләрҙе Конституцияға индереүҙе хуплай”.