+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Май 2020, 20:07

КОРОНАВИРУСТАН ҺУҢҒЫ ДОНЪЯ. УЛ НИСЕК БУЛАСАҠ? ОЯТҺЫҘ КЕШЕЛӘР ЗАМАНЫ КИЛӘ.

Коронавирус ҡасан үтеп китер, быныһы билдәле түгел, ләкин эксперттар сирҙән һуңғы донъяны фларазлай. Шуныһы билдәле, ул элеккеһе һымаҡ булмаясаҡ. Күп кенә һөнәрҙәрҙең юҡҡа сығыуы бер бәлә, яңыларына ихтыяж барлыҡҡа киләсәк һәм уларын тормошҡа ашырырға кешеләр етмәйәсәк. Эш биреүселәр, етештереүҙе ойоштороусылар үҙ күҙҙәре менән байтаҡ һөнәрҙең артыҡ икәнлегенә төшөндө. Баҡ тиһәң, байтаҡ ҡына эште башҡарыу өсөн олоғара офистар арендалап, йылытып, яҡтыртып миллиондарса кешене көнө буйына кофе эсереп тороуға ихтыяж юҡ икән. Әгәр һеҙ ошо исемлектә бар икән, ашығыс рәүештә эш эҙләгеҙ.

Кемдәр кәрәк буласаҡ? Аналитиктар көрсөккә ҡаршы идарасылар һәм менеджерҙар, иртәнән алып, кискә тиклем, әгәр кәрәкһә, тәүлек әйләнәһенә тиҫтәләрсә кешене алыштырырлыҡ төрлө һөнәр оҫталары, ситтән тороп эшләүселәр заманы етте. Уларҙың урынына йылғыр, һәр мәсьәләне хәл итерлек, көслө, әрһеҙ, хатта урыны менән оятһыҙ кешеләр киләсәк.
Күптәр балаларын айырым шарттарҙа тәрбиәләргә кәрәк икәнлегенә төшөндө. Тимәк, өйҙә тәрбиәләүселәргә, уҡытыусыларға ихтыяж буласаҡ. Фатирҙарҙа яңы шарттарҙа эшләү өсөн яңы мебель кәрәк буласаҡ.
Ҡатламдарға бүленеү артабан да дауам итәсәк. Шуныһы күңелде тынысландыра – күпселек байҙар үҙҙәренең матди хәлен ифрат шәп тип күрһәтеүҙән тартынасаҡ. Ялдарҙы һәм турбизнесты ойоштороусылар ошо ике-өс йыл эсендә сит илдәрҙә ял итеү мөмкинлегенең юҡҡа сығыуын күҙаллай. Сөнки ҡайҙа йығылырыңды белмәйәсәкһең. Мәҫәлән, шул уҡ маҡтаулы Италиянан йәки Испаниянан күптәр сир йоҡтороп ҡайтты, әле лә уның емештәрен татыйбыҙ.
Эске донъя ғына түгел, тышҡы күренеш ныҡлы үҙгәрәсәк. Рәсәйҙә бер ай эсендә кейем-һалым һатыу 90 процентҡа кәмегән. Тимәк, кешеләр хәҙер алғы планға брендлы кейемде түгел, эшкә таһыллыҡты, әрһеҙлекте алға ҡуя.
Һығымта яһап, шуны әйтергә мөмкин: үткән йылдар беҙҙең өсөн һабаҡһыҙ үтмәне. Беҙ эшләнек, ял иттек, йәшәп ҡалдыҡ. Хәҙер алда торған бурыс саҡ ҡына ауырыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ – яңыса донъя көтөп ҡарайыҡ.
Читайте нас: