+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Май 2020, 08:55

ҠОЙОН. Сәсмә сериал. Бишенсе бүлек.

Рифаттың алдына туй машинаһы килеп туҡтаны. Ул ап-аҡ раузалар тотҡан Ләйсәнде “Лимузин”ға ултырырға саҡырҙы. Шул ваҡыт ҡойоп ямғыр яуа башланы. “Лимузин”дың ишеге асыҡ, ә улар керә алмай. Улай булмай ҙа инде. Рифат ярҙам эҙләп тирә-яғына ҡаранды. Шул ваҡыт кемдер тупаҫ итеп: “Йә, етәр! Ваҡыт сыҡты!”, – тип уны этеп ебәрҙе. Был ни хәл булды? Рифат ғәжәпләнергә өлгөрмәне, Ләйсәндең һаҡсылары килеп сыҡты һәм уның ҡулын шаҡара башланы. Етәр! Етәр! Рифат уянып китте һәм һикереп торҙо. Ҡараһа, баҡса өйөнөң уртаһында таяҡтар тотҡан ике асарбаҡ тора. Оҙоно: “Таныш булайыҡ, мин – “Ҡыйыш”. Ә быныһы, рөхсәт итһәгеҙ, “Бүкән” була, – тип таныштырҙы.

ҠОЙОН.
Сәсмә сериал.
Бишенсе бүлек.

Алдағы бүлектәр:

Рифаттың алдына туй машинаһы килеп туҡтаны. Ул ап-аҡ раузалар тотҡан Ләйсәнде “Лимузин”ға ултырырға саҡырҙы. Шул ваҡыт ҡойоп ямғыр яуа башланы. “Лимузин”дың ишеге асыҡ, ә улар керә алмай. Улай булмай ҙа инде. Рифат ярҙам эҙләп тирә-яғына ҡаранды. Шул ваҡыт кемдер тупаҫ итеп: “Йә, етәр! Ваҡыт сыҡты!”, – тип уны этеп ебәрҙе. Был ни хәл булды? Рифат ғәжәпләнергә өлгөрмәне, Ләйсәндең һаҡсылары килеп сыҡты һәм уның ҡулын шаҡара башланы. Етәр! Етәр! Рифат уянып китте һәм һикереп торҙо. Ҡараһа, баҡса өйөнөң уртаһында таяҡтар тотҡан ике асарбаҡ тора. Оҙоно: “Таныш булайыҡ, мин – “Ҡыйыш”. Ә быныһы, рөхсәт итһәгеҙ, “Бүкән” була, – тип таныштырҙы.
Кисә ҡараңғыла килеп ингәс, иғтибар итмәгәйнеләр, бында кемдәрҙер йәшәй икән дәһә.
– Ағайҙар, ғәфү итегеҙ, беҙ хәҙер сығабыҙ, – тине Рифат кейемдәрен алып.
– Ә бында кереү бер тәңкә, ә сығыу – мең тәңкә, тип хахылдап көлдө “Бүкән” тигәндәре.
– Хаҡты төшөрмә! Былар һәйбәт төрөнгән. Тимәк, аҡсалары бар.
– Мең тәңкәме? Беҙҙә аҡса бар! Мең тәңкә бирәм, тик карта менән.
“Ҡыйыш” аяҡ тибеп ҡуйҙы:
– Йә, инде, халыҡ ҡомһоҙланды. Аҡса йөрөтмәйҙәр. Был аҙнала карта менән өсөнсө клиент. Шундайҙар арҡаһында, терминал һатып алырға тура килмәгәйе.
“Бүкән” көлдө:
– Мин дә шуны уйлап торам. Текә килеп сыға бит: БОМЖ, ә кеҫәһендә – терминал.
– Ниндәй халыҡ һеҙ? Бына тигән итеп фирманан төрөнәләр, ә хәйер-саҙаҡалыҡ мең тәңкәләре юҡ. Ярай. Был нисәнсе үлсәм?
– 54-се, – тине Рифат аптыранып.
– Ҡара әле, тап-таман да инде!
– Ә Салбары – миңәлер...
– Һеҙ мине шәрә ҡалдырырға уйлайһығыҙмы, – тине Рифат.
– Ана, һеҙгә кейем, һайлап алығыҙ.
Шунда уҡ Ләйсәнгә лә кейем алыштырып алдылар. Ләйсән,Рифат бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙылар. Улар “Ҡыйыш” менән “Бүкән”дән айырырлыҡ түгел ине.
– Ә был алыш-биреште сәй менән булһа ла йыуырға** мөмкинме, – тип өндәште Рифат асарбаҡтарға өмөтлө ҡарап.
– Һорап тораһың тағы...
***
Рушан Ләйсәндең картаһы ярҙамында һатып алынған әйберҙәрҙең онлайн чектарын барлап ултыра. Ваҡ-төйәк әйберҙәр алған. Меңәр тәңкә, меңәр тәңкә кемгәлер күсергән. Банкы картаһының ул адресты асыҡлағандан һуң, тиҙ генә шул яҡҡа ыңғайланы. Килеп, ҡыңғырауға баҫһа, теге ваҡыт Рифат менән фатирға инеп киткән ҡатын килеп сыҡты. Һөйләшеүҙән шул асыҡланды: ул ҡатын Ләйсән йә Рифат шылтыратҡандан һуң аҙнаһына бер-ике мәртәбә килеп, фатирҙы йыйыштырып йөрөй икән. Рушан уйға ҡалды. Бер аҙнала икенсе тапҡыр хатаға юл ҡуйҙы. Шеф ҡыҙ менән егеттең түңәрәккә йөрөүен уға япһарып ҡуйһа, икенсе хата тулыһынса уның иҫәбендә – быныһы һуңғыһы булыуы ихтимал, Рушан өсөн, әлбиттә. Был хатаны төҙәтеүҙең бер генә юлы бар – бер ҡыҙ табырға һәм уны Рифатҡа йәбештерергә. Сөнки башҡаса мөмкин түгел. Шеф икенсе хатанан һуң кадрҙар мәсьәләһен хәл итә башлауы ихтимал. Хатаны төҙәтеүҙең бер генә юлы бар – социаль яҡтан түбән яуаплылыҡтағы берәй ҡыҙҙы табырға һәм Рифаттыҡы, тип күрһәтергә. Мәшәҡәт күбәйҙе, тип уфтанды Рушан. Быныһын хәл итергә була, ләкин хәҙер бик ҡарап, һаҡ эш итергә кәрәк.
Электән эске эштәр органдарында эшләп йышылған Рушан үҙе өсөн ялған эш асыуҙы, ғәйепһеҙ кешене ултыртыуҙы бик анһат хәл итә.
Телефон шылтыраны. Батыр Ғарифович шылтырата:
– Рушан, яңылыҡтар бармы?
– Яңылыҡтар юҡ.
– Аҡса ҡайҙа күскәнен асыҡланыңмы?
– Асыҡланым. Билдәле инде, урамдан тотоп алып кергән дә, Ләйсәндең картаһынанн аҡса күсергән...
– Күпмешәр?
– Мең тәңкә.
– Нисә тапҡыр?
– Нисек тура килә – аҙнаһына ике-өс тапҡыр.
Батыр тағы ла һораны:
– Аҙнаһына нисә тапҡыр, тинең?
– Ике-өс тапҡыр.
– Тимәк, Ләйсән уға картаһын биргән?
– Шулай килеп сыға, Батыр Ғарифович!
Ә бында Батыр уйға ҡалды. Нисектер аңлашылмай. Уның ҡыҙы шулай уҡ яуапһыҙ егет менән бәйләнешкә индеме икән? Бында нимәлер бар. Аңлашылып етмәй. Ялланған фатирға теләһә-ниндәй ҡатынды саҡырып йөрөүе бик ихтимал. Ә хеҙмәттәре өсөн ҡыҙыңдың картаһы иҫәбенә хисаплашыу – быныһы инде бөтөнләй самаға һыймай. Йә, Рушан алдай, йә ул әйткән социаль яуаплылығы түбән кимәлдәге ҡатын – уйҙырма. Батыр өҫтәлдәге ҡағыҙға фатир һәм ҡатын һүрәте төшөрөп ҡуйҙы. Ә бит, дөрөҫөн әйткәндә, ошо ҡатын килеп сыҡмаһа, бәхәс тә ҡуйырмаҫ ине. Батыр эске эштәр органдарына эшләгән танышына шылтыратты. Үҙ-ара хәл белешкәндән һуң, танышы еңелсә аңлатып бирҙе: эҙләү саралары бара, үкенескә ҡаршы, телефондарын ташлап киткәндәр. GPS аша йәки геолокациянан эҙләү – файҙаһыҙ.
– Банкы картаһы бармы?
– Бар. Аҡсаһын алып бөтөрөп ҡуймағыҙ. Бер аҙ һалһағыҙ ҙа була. Юғиһә, һуңғы бәйләнеш сараһы ошо – аҡса алғандан һуң, ярты сәғәт эсендә, ҡайҙа икәнлектәрен белеп буласаҡ.
***
– Беҙгә такси кәрәк, – тине Рифат “Ҡыйыш”ҡа ҡарап.
– Һеҙҙең аҡсаға – любой каприз! Бына – телефон, бына – транспорт компанияһы. Ун биш-егерме минуттан такси бында буласаҡ.
Ҡыйыш етди төҫ алды һәм эре генә итеп таксиға заказ бирҙе. Был ваҡытта ул һис тә тәжрибәле асарбаҡҡа оҡшамағайны. Уның олпат кеше икәнлеген әле генә Рифаттан һалдырып алған кейем раҫлай ине. Ысынлап та, күп тә үтмәне, урамда автомобиль сигналы ишетелде.
– Ана, килделәр.
Таксист – йәш егет – тәүҙә иң алдан сыҡҡан, һуңғы мода буйынса кейенгән “Ҡыйыш” ултырасаҡ, тип уйлағайны. Алама ғына кейенгән ҡыҙ менән егет ултырғас, күңеле төштө:
– Аҡсағыҙ бармы һуң?
– Әлбиттә, бына карта. Хәҙер һинең бурыс былай...
Рифат водителедең ҡолағына эйелде.
– Хәҙер тиҙ генә барып, Ҡырмыҫҡалынан аҡса алабыҙ, шунан һуң кире Өфөгә киләбеҙ. Һәм беҙ һинең менән хушлашабыҙ. Икеләтә түләйем.
Тигеҙ юлдан Ҡырмыҫҡалыға барып, кире Өфөгә ҡайтыу өсөн бер сәғәт тә ваҡыт үтмәне. Район үҙәгенең универмагындағы банкоматтан аҡса тиреп алыу ҙа оҙаҡ булманы.
Батыр Мусиндың танышы билдәле банкы картаһынан Ҡырмыҫҡалыла аҡса алыуҙары тураһында хәбәр килгәндә, йәштәр өфө яғына елдерә ине. Рифат таксистҡа өс мең сығарып тотторҙо һәм ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалды. Ҡайҙа барырға? Асарбаҡ кейемендә уларҙы кем ҡабул итһен? Телефоны юҡ. Етмәһә, береһенең дә һандарын белмәй. Ярай, өйҙәге телефонға шылтыратты, ти. Кем менән һөйләшһен? Ярай, атаһы менән һөйләшер, ә әсәһен ҡыҫтырғыһы килмәй. Хәҙер сессия башлана. Имтихандарҙы нисек бирергә? Рифат ҡайҙа барып һуғылырға белмәй. Тик шуны ғына аңлай: уға ошо аҙнаны үткәрергә кәрәк. Ошо аҙна уның ғына түгел, сабыйҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡаласаҡ.
– Ә ҡайҙа барабыҙ, – тине Ләйсән уның күҙҙәренә өмөт менән ҡарап.
– Беҙгә бер аҙнаға юғалып торорға кәрәк, – тине Рифат йәнә, ҡыҙҙы ҡосаҡлап.
– Беләбеҙ. Быныһын, беҙ хәҙер өсәү, беләбеҙ, тиһәм, аптырама. Һин беҙҙе ҡотҡарасаҡһың, йәнем.
– Мин һеҙҙе ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләйәсәкмен.
Рифат эстән генә шуны уйланы: был осраҡта иң анһат юл – фатир табырға һәм шунда “батып” торорға. Ләкин бындай кейем менән килгәндәргә фатир биреү түгел, ҡыуып ебәреүҙәре ихтимал.
Рифат өмөт менән таксиға ҡараны.
– Әйҙә, һин беҙҙе Якутов паркы эргәһенә алып бар. Мин һиңә, күпме кәрәк, түләрмен.
Егет Рифатҡа боролдо:
– Һинең проблемсаларың булһа, мин уларҙы хәл итеүҙә ҡатнашырға теләмәйем. Минең ғаиләм бар. Уларҙы ашатырға, кейендерергә кәрәк. Һинең арҡала машинаһыҙ ҡалыр хәлем юҡ.
– Ә әгәр мин һиңә түләһәм? – тине Рифат.
– Был осраҡта беҙ һинең менән уртаҡ тел табасаҡбыҙ.
Шулай килештеләр.
***
Батырға эске эштәр бүлегенән шылтыраттылар һәм ҡыҙҙың картаһынан 60 мең аҡса сығарып алыныуы тураһында хәбәр иттеләр.
– Аҡса ҡалдымы әле унда? – тип һораны Батыр.
– Юҡ, тип әйтерлек.
– Өҫтәп һалайыммы?
– Һалығыҙ! Әҙерәк һалығыҙ. Улар алған һайын, беҙ ҡайҙа икәнлектәрен беләсәкбеҙ.
– Ҡырмыҫҡалыла тапманығыҙмы?
– Видеокамера күрһәтте, такси менән килеп туҡтағандар ҙа, такси менән юғалғандар. Әле таксиҙы эҙләйбеҙ. Такси Яҡутов паркы эргәһенән үтеп киткән. Әгәр йәштәр тағы берәй нәмә уйлап тапмаһа, бөгөн кискә тотабыҙ.
***
Рифат менән Ләйсән ултырған таксиҙың рацияһы телгә килде:
– 17-се, 17-се! Һине эҙләйҙәр, беләһеңме?
– Юҡ, белмәйем. Бөгөн бер ҡайҙа ла ҡыйыш баҫманым.
– Һине Тимер юл вокзалында күрәм, урыныңдан ҡуҙғалма!
Машина туҡтаны, Рифат тиҙ генә 5 меңлекте сығарып тотторҙо ла, рәхмәт әйтеп, ҡыҙын етәкләп ҡараңғылыҡ эсенә инеп юғалды. Күп тә үтмәне, полиция машинаһы килеп етте, артҡы ишекте асып, бер хеҙмәткәр:
– Сығығыҙ, килеп еттегеҙ, – тине.


Алдағы бүлектәр:

"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Беҙҙең проекттар:
Читайте нас: