+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Май 2020, 23:29

Төндәлектәр. АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН... “АТАЙЫҢДЫ КҮРҘЕҢМЕ?”

Беҙҙең атайҙарҙың тиңдәшһеҙ яуҙан еңеп, яраланып ҡайтыуҙарын беҙ бәләкәй саҡтан уҡ белә инек. Шуға беҙ, еңеүҙән һуң тыуған балалар, еңеүгә ихтирамлы мөнәсәбәттәбеҙ. Беҙ һәр беребеҙҙең аталарының ҡайҙа һуғышҡанын, ниндәй наградалар алғанын, нисә тапҡыр яраланғандарын мәктәп дәреслекттәренә ҡарағанда яҡшыраҡ белә инек. Сөнки һуғыш уларҙың ғүмерҙәрен ҡыҫҡартты, беҙҙән иртә айырҙы. 1981 йылдың йәйе, мин ауылға ялға ҡайттым. МТМ-ға барып, класташтарҙы күрергә булдым. 5-6 егет хәл белешеп, һөйләшеп торабыҙ.– Атайыңды күрҙеңме?Колхоздың зоотехнигы Ғүмәр ағай беҙгә ҡарап өндәшә. Миңә өндәшер, тип көтмәйем, сөнки минең атай 1974 йылда уҡ 48 йәшендә вафат булды. Мин уны ҡайҙа күрергә тейеш?

Төндәлектәр.
АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН...
“АТАЙЫҢДЫ КҮРҘЕҢМЕ?”
Беҙҙең атайҙарҙың тиңдәшһеҙ яуҙан еңеп, яраланып ҡайтыуҙарын беҙ бәләкәй саҡтан уҡ белә инек. Шуға беҙ, еңеүҙән һуң тыуған балалар, еңеүгә ихтирамлы мөнәсәбәттәбеҙ. Беҙ һәр беребеҙҙең аталарының ҡайҙа һуғышҡанын, ниндәй наградалар алғанын, нисә тапҡыр яраланғандарын мәктәп дәреслекттәренә ҡарағанда яҡшыраҡ белә инек. Сөнки һуғыш уларҙың ғүмерҙәрен ҡыҫҡартты, беҙҙән иртә айырҙы.
1981 йылдың йәйе, мин ауылға ялға ҡайттым. МТМ-ға барып, класташтарҙы күрергә булдым. 5-6 егет хәл белешеп, һөйләшеп торабыҙ.
– Атайыңды күрҙеңме?
Колхоздың зоотехнигы Ғүмәр ағай беҙгә ҡарап өндәшә. Миңә өндәшер, тип көтмәйем, сөнки минең атай 1974 йылда уҡ 48 йәшендә вафат булды. Мин уны ҡайҙа күрергә тейеш?
– Атайыңды күрҙеңме? – Ғүмәр ағай эргәбеҙгә гәзит тотоп килә, – Ана, атайыңдың һүрәте сыҡҡан! Ысынлап та, “Советская Башкирия” гәзите. 4-се биттә минең атайҙың ҙур ғына фотоһы һәм шунда бит ярым самаһы мәғлүмәт. Был гәзиттә сыҡҡан фото беҙҙә бар, хатта фотоның аҫтындағы текст та миңә таныш. Фронт гәзитенең аҫтына былай тип яҙылған: “Отважный сын башкирского народа Мустаким Кинзябаев с зажигательной смесью поджег немецкий танк. Фото Сидельковского”. Атайҙың был һүрәте беҙҙең альбомда бер нисә дана һаҡлана. Бәләкәйерәк саҡта мин был фотоны әсәйемдеке, тип уйлай инем. Атайым менән әсәйем бер-береһенә оҡшаған. Оҡшаһа ла, ғәжәп түгел, сөнки икеһенең дә әсәләре Күрше ауылдан – Табылдынан.
Бына, шулай итеп, беҙҙең өйгә атай яңынан ҡайтҡан һымаҡ булды. Һорайҙар, ҡыҙыҡһыналар, кәңәш бирәләр.
Мин Стәрлебашҡа “Ленин юлы” район гәзите баш мөхәррире ул ваҡытта инде билдәле шағир Фәйзи Ғүмәров янына китем.
– Күрҙем, атайыңды, күрҙем, – тине ул гәзитте алып һәм “Члены союза писателей СССР” тигән ҡалын белешмәне сығарып һалды. “Советская Башкирия” гәзитендә сыҡҡан мәҡәлә авторы Сәйетнияз Атаев хаҡында: “Писатель, драматург, директор киностудии Туркменской ССР” тип яҙылған һәм өй, эш адресы күрһәтелгән.
Ай ҙа үтмәне, Өфөгә юл төштө. Иң тәүҙә “Совет Башҡортостаны” гәзитенә инеп, Марат дуҫым Әбүзәров менән һөйләштек. Уның менән “Советская Башкирия” гәзите редакцияһына төштөк. Был фото менән тексты Хәким Ғиләжев килтерҙе, тинеләр миңә редакцияла. Хәким ағай Ғиләжевҡа шылтыраттыҡ. Ул беҙҙе ҡабул итергә риза булды. Хәким ағай тупһанан уҡ, гәзит тотоп, ҡаршы алды:
– Ҡара әле, оҡшаған бит! – тине ул ҡыуанып.
Күңелле генә һөйләшеп ултырҙыҡ, шунда Хәким ағай был фотоның уның ҡулына килеп эләгеү тарихын һөйләне.
1980 йылдың авгусында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 100 йыл тула. Ҙур байрам сараһына СССР-ҙың бөтә төбәктәренән яҙыусылар, ғалимдар саҡырыла. Ошо тантанала төркмән яҙыусыһы Сәйетнияз Атаев ҡатнаша һәм трибунанан тороп, атайҙың фотоһын күрһәтеп, бик йылы сығыш яһай. Фото трибунала ҡулдан-ҡулға китеп, икенсе рәттә Хәким Ғиләжев менән ултырған Сәйетнияз Атаевҡа әйләнеп ҡайта. Хәким ағай фотоны гәзиткә бирергә рөхсәт ала. Шулай итеп, атайҙың ҡайтыуы, фотоның гәзиттә сығыуы түңәрәкләнгән һымаҡ булыр ине, әгәр Ашхабадтан берәй хат-фәлән килгән булһа.
– Икеме, өсмө тапҡыр хат яҙһып ҡараным, байрамдар менән ҡотланым – яуап булманы.
Читайте нас: