-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Май 2020, 17:53

Төндәлектәр. АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН... БУЛАТ АҒАЙ ХАҠЛЫ БУЛҒАН ИКӘН.

Булат ағай Рафиҡов менән йыш ҡына аралашырға тура килде. Ул – күпте күргән, унан бигерәк, кисергән кеше: “Егеттәр, донъяның рәте юҡ. Нимә булырын да күҙаллап булмай”, – тип аптырана торғайны.Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, элекке бай балаларының: “Ярай, Гитлер ғына килеп етһен әле, күрһәтәбеҙ һеҙгә!” – тип янағандарын берсә көлөп, берсә аптырап, ғибрәт өсөн, тип һөйләй торғайны. Ошо мәсьәлә, нисек кенә сәйер тойолмаһын, заманалар үҙгәреп, СССР тарҡалғас, үҙенә күрә яҡлаусыларын, көслө ҡул көҫәүселәрҙе әүрәтә башланы. Фашистарҙың скинхедҡа әйләнеп, кешеләрҙе үлтереп йөрөүе, төрлө ойошмалар барлыҡҡа килеүе, радикализмдың көсәйеүе, экстремизмдың тамыр йәйеүе – ысынбарлыҡҡа әүерелде. Ярай, хәҙер закондар ҡаты, ғәйеплеләргә тейешле баһа биреп баралар.

Булат ағай Рафиҡов менән йыш ҡына аралашырға тура килде. Ул – күпте күргән, унан бигерәк, кисергән кеше: “Егеттәр, донъяның рәте юҡ. Нимә булырын да күҙаллап булмай”, – тип аптырана торғайны.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, элекке бай балаларының: “Ярай, Гитлер ғына килеп етһен әле, күрһәтәбеҙ һеҙгә!” – тип янағандарын берсә көлөп, берсә аптырап, ғибрәт өсөн, тип һөйләй торғайны. Ошо мәсьәлә, нисек кенә сәйер тойолмаһын, заманалар үҙгәреп, СССР тарҡалғас, үҙенә күрә яҡлаусыларын, көслө ҡул көҫәүселәрҙе әүрәтә башланы. Фашистарҙың скинхедҡа әйләнеп, кешеләрҙе үлтереп йөрөүе, төрлө ойошмалар барлыҡҡа килеүе, радикализмдың көсәйеүе, экстремизмдың тамыр йәйеүе – ысынбарлыҡҡа әүерелде. Ярай, хәҙер закондар ҡаты, ғәйеплеләргә тейешле баһа биреп баралар.
Ә бына Европа илдәренең күпселегендә ураҡ менән сүкеште фашистик символдар менән тиңләүҙәрен мин, ғөмүмән, аңлай алмайым. Ошо хаҡта элек йыш уйлана торғайным. Әле лә “атай, һуғыш әле бөтмәгән” тигән һүҙҙәр йыш ҡына хәтергә төшә...
Европаны азат иткәндә миллиондарса Совет һалдаты һәләк булған. Шул ҡорбандар күмелгән туғандар ҡәберлеге Көнбайыш Европа илдәрендә меңәрләп иҫәпләнә. Хәҙер бөтә Европала, тип әйтерлек, ана шул ҡорбандар күмелгән туғандар ҡәберлектәрен юҡ итеү кампанияһы бара. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата ҡасандыр үҙен азат итеүселәргә ҡарата Чехия Республикаһы ҙур “бүләк” эшләне. Праганың иң матур һәм бейек ерендә урынлашҡан Маршал Иван Коневҡа ҡуйылған һәйкәлде алып ташланылар. Иң аяныслыһы шул – һәйкәлдең яҙмышы республика, ҡала кимәлендә түгел, ҡаланың бер районы башлығы ҡарары менән генә хәл ителгән. Әлбиттә, шунда йәшәүсе халыҡтың ризалығы менән.
Мөмкинлектән файҙаланып, немецтарҙың (элекке фашистарҙың балалары, тип аңлағыҙ) өнө-тыны сыға башланы. Германияла ҡасандыр тиңдәшһеҙ Прохоровка танкылар һуғышында еңгән совет һалдаттарына һәйкәл ҡуйылған булған. Был һәйкәл 30 йыллап торған әле, уны буяуҙарына, мәсхәрә итеүҙәренә ҡарамаҫтан. 75 йылдан һуң немецтар нимә менән ҡәнәғәт түгел? “Бында немец танкистарына һәйкәл торорға тейеш. Улар ҙа һуғышҡан, беҙҙекеләр ҙә ҡорбан булған. Ә һеҙ үҙегеҙҙең һәйкәлде Прохоровкаға алып китегеҙ”, – тип асыҡтан-асыҡ дәғүә белдерәләр. Ошондай оятһыҙлыҡтан һуң да, һуғыш бөткән, тип нисек әйтерһең?
Иң һуңғы күңелһеҙ хәбәр Рәсәй ғүмер буйы ҡурсалап, азат итеп, һаҡлап “братушка”ларҙан – Болгариянан килде. Софияның иң бейек нөктәһендә ултырған, Рәсәй-Болгария дуҫлығының символы булған Алеша һәйкәлен шартлатырға һәм юҡ итергә теләйҙәр.
Бына шулай, маршал Конев һәйкәле, металдан ҡойолоу сәбәпле, уның аҙ ғына булһа ла матди ҡиммәте бар, ә Болгариялағы Алеша һәйкәле, таштан эшләнгәс, шартлатыуға ғына эшкинә икән. Әйткәндәй, беҙҙекеләр маршал Коневтың һәйкәлен Рәсәйгә ҡайтарыуҙарын һорағас, уның металдан эшләнеүен күҙ уңында тотоп, баш тартҡайнылар. Шулай ҙа маршалдың һәйкәлен ҡотҡарыу буйынса һөйләшеүҙәр бара, шикелле.
Һикһәненсе йылдар аҙағында Өфөгә бер барғанымда атайымдың яуҙашы Сәйетнияз Атаев тураһында Булат ағай Рафиҡовҡа ла һөйләнем. “Һин ниңә үҙенә яҙаһың? Партияның Төркмәнстан үҙәк комитетына яҙ. Партия линияһы буйынса шунда уҡ табып, килтерәсәктәр”, – тип кәңәш бирҙе. Ул ваҡыт – партияның йоғонтоло сағы, Башҡортостан-Төркмәнстән мөнәсәбәттәренә лә файҙаһы булырға мөмкин, тип ишараланылар. “ЦК” тигән һүҙ сыҡһа, кешеләр шунда уҡ етдиләнә торғайны.
Үҙәк Комитетҡа барып етеп булманы. Донъялар боларҙы, мөнәсәбәттәр үҙгәрҙе, ҡиблалар ергә ҡоланы. 1989 йылда Горбачев сираттағы күрәләтә һәләкәткә илтеүсе “Парламент реформаһы”н башланы. Март аҙаҡтарына СССР Халыҡ депутаттарын һайлау көнөн тәғәйенләне. Был һайлауҙарҙың атайым мәрхүмгә һәм яуҙашына ниндәй мөнәсәбәте бар, тип һораһағыҙ, иҫегеҙгә төшөрәм. 4-5 мең халыҡ депутатының яртыһы төрлө сәйәси, ижтимағи ойошмаларҙан һайланырға һәм Горбачевтың һәр һүҙенә сәпәкәй итеп ултырырға тейеш ине. КПСС – 100 депутат, ВЛКСМ – 100, профсоюздар – 100 депутат, кемдәрҙе – 50 депутат, баҡса яратыусылар – 10, тарихҡа иғтибарлылар 10 депутат һайларға тейеш. Мин ул йылда Ишембайҙа йәшәй инем. Ике-өс аҙнаға бер тапҡын урындағы китапханаға инеп, ваҡытлы матбуғат менән танышып сығам. Шул осор “Ветеран” исемле аҙналыҡ гәзит сыға ине. СССР-ҙың ветерандар советы үҙҙәренең сираттағы пленумында 100 халыҡ депутатын һайлаған. Исемлектә: “Сәйетнияз Атаев Төркмән ССР-ының ветерандар советы рәйесе, драматург”, тигән яҙыуҙы күреп, атайҙың яуҙашының иҫән-һау икәнлеген белдем һәм СССР Халыҡ депутаттарының 22 майҙа асыласаҡ съезына барып эләгеү дәрте менән яна башланым. Бының ике юлы бар. Депутат булып һайланырға, йә хәбәрсе сифатында теркәлергә кәрәк. Тәүгеһе, үҙегеҙ беләһегеҙ, минең бер мөмкинлегем дә юҡ, ә икенсеһе – минең өсөн иң ҡулайлы. Ләкин Хоҙай минең үтенесемде ишетте һәм үҙем өсөн бөтөнләй көтөлмәгән 3-сө – еңелерәк, ҡыҙыҡлыраҡ һәм иҫтә ҡалырлыҡ юлын тәҡдим итте.

Читайте нас: