+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Май 2020, 10:43

ТӨНДӘЛЕКТӘР. АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН... “ҮЛЕМ ЮҠ УЛ, ЕГЕТТӘР!”

Иң өлкән ағайым Инсаф, интернетты төрткөләү ярҙамында ғына үҙләштергән кеше, “Мосфильм”дың һаҡлағысынан кинофильмды килтереп тә сығарҙы. Рәхәтләнеп ҡараныҡ, атайҙы күргән һымаҡ булдыҡ.Шул осрашыуҙа Сәйетнияз ағай әйтеүенсә, авторҙың сценарийына ярашлы, башҡорт егете Кинйәбайҙың образы иң сағыуҙарҙың береһе булған.

ТӨНДӘЛЕКТӘР.
АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН...
“ҮЛЕМ ЮҠ УЛ, ЕГЕТТӘР!”
Икенсе көнөнә беҙ Сәйетнияз ағай Атаев менән тағы ла осраштыҡ. Хаттарыма яуап бирмәгәне өсөн ғәфү үтенде. Сәбәптәре лә булған – инфаркт алған, оҙаҡ дауаханала ятырға тура килгән. Ҡыҫҡаһы, бер-беребеҙҙе аңлаштыҡ.
СССР дәүерендә һәр милләттең мәҙәниәтен үҫтереүгә, формаль яҡтан булһа ла, иғтибар бар ине. Шуға таянып, төркмәндәрҙең үҙ киностудияһы эшләгән. Ә Сәйетнияз ағай 20 йылға яҡын ошо коностудияға етәкселек итә. Киностудия һәйбәт иҫәптә була. Мөмкинлектән файҙаланып, Сәйетнияз ағай яҙған сценарий буйынса “Үлем юҡ ул, егеттәр!”, – тигән фильм төшөрә. Атайҙың яуҙашы һөйләгәс, нәфис фильмды бик күрергә теләк бир ине, булманы. Ә инде, заманалар үҙгәреп, донъябыҙҙы интернет баҫып алғас, 15-се йылдарҙа булдымы икән, ошо хаҡта иҫкә төшөрҙөм. Иң өлкән ағайым Инсаф, интернетты төрткөләү ярҙамында ғына үҙләштергән кеше, “Мосфильм”дың һаҡлағысынан кинофильмды килтереп тә сығарҙы. Рәхәтләнеп ҡараныҡ, атайҙы күргән һымаҡ булдыҡ.
Шул осрашыуҙа Сәйетнияз ағай әйтеүенсә, авторҙың сценарийына ярашлы, башҡорт егете Кинйәбайҙың образы иң сағыуҙарҙың береһе булған. Тик сценарийҙы тикшергәндә худсовет башҡорт урынына ҡаҙаҡты индереп ебәргән. Нисек кенә булмаһын, заманы өсөн бик мауыҡтырғыс кино килеп сыҡҡан.
– Һинең атайың бик күңелле һәм шаян кеше ине, – тип хәтерләне Сәйетнияз Атаев. – Бер мәл дошман тылында йөрөйбөҙ, элемтә сымы һуҙылған бағаналарға тура килдек. Шунан һуң ул наушникты тоташтырҙы ла, немецтар менән, ул – башҡортса, тегеләр – немец телендә – һөйләшәләр. Нимә һөйләштең? Аңланылармы? – тип һорайым. – Аңлаһалар, килеп етерҙәр ине, – тип көлә.
Йылдар үткәс, яҙмыш шундай осрашыу бүләк итте. Был сәфәрҙең иҫтәлеге булып “Үлем юҡ ул, егетттәр!” – тигән фильм ҡалды. Кем белә, бәлки 100 йыл үткәс тә, төркмән киноһы тарихын өйрәнеүселәр ошо киноны ҡарарҙар һәм беҙҙең атайыбыҙҙы күрерҙәр.
Ә, шулай ҙа, үкенесле хәл: һуғыш әле һаман тамамланмаған һымаҡ. Бер заман Европа илдәрендә лә айыҡ аҡыл өҫкә сығыр, һәйкәлдәр менән түгел, кешлеккә янаған һәләкәттәр, сир, аслыҡ менән көрәшергә кәрәклегенә төшөнөрҙәр. Ана бит, йоғошло сир баҫып ала башлағас та, Европа илдәре сәйәсмәндәре телмәрҙәренең йөкмәткеһен үҙгәртте, ярамһаҡлана башланы. Балтик буйы илдәрендә рус телендә һөйләшкән өсөн штраф түләтәләр ине, хәҙер күпселек аңлаһын өсөн, ватып-емереп булһа ла, русса мөрәжәғәт итәләр. Хәйер, был хаҡта, донъя шулай ҡоролған, ата ҡаҙға ла сәләм бирҙертә, тип әйткәйнем инде.
Хәҙер, бына, айҙан артыҡ йорттарыбыҙҙа, фатирҙарыбыҙҙа бикләнеп ултырабыҙ. Ситтән тороп, эшләргә өйрәнәбеҙ, тереләй аралашыуға, Салауат һәйкәле эргәһенә йәйәүле сәфәрҙәргә мохтажлыҡ кисерәбеҙ.
Мин был юлдарҙы 9 май алдынан яҙып ултырам. Үҙ ғүмеремдә быйыл беренсе тапҡыр 9 майҙы ауылдан ситтә үткәрәм. Карантин тәртибен боҙғом килмәй. Байрам саралары былай ҙа сикләнгән, тинеләр. Шуға, ҡайтыу сәфәрен Ураҙа ғәйете менән берләштерергә булдым.
Кем белә, бәлки ошо яҙмаларымдың дауамы ла булыр, Әле уйлаған фекерҙәрем дә бар.
Еңеү байрамы менән һеҙҙе, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Һеҙгә тыныс күк, тыныс тормош, бәхет-шатлыҡ теләйбеҙ! Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: