-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Май 2020, 10:36

ТӨНДӘЛЕКТӘР. АТАЙ, ҺУҒЫШ ӘЛЕ БӨТМӘГӘН... РӘХМӘТ ҺИҢӘ, МӘСКӘҮ!

СССР халыҡ депутаттары булып һайланыуға дәғүә итеүселәрҙең исемлектәре билдәле булғас, ҡыҙыу көрәш башланғас, Ишембай ҡалаһына мин йәшәгән фатирға СССР Халыҡ депутатлығына бер түгел, ике кандидат килеп керҙе. Был һайлау кампанияһында күргән, кисергән мажарларҙы ентекләп яҙып тормайым, мәҡәлә ул хаҡта түгел. Шуны ғына әйтәм: был һайлауҙар иң тәүгеһе һәм иң ғәҙеле булды. Ҡалғанын үҙегеҙ аңлағыҙ.

Тарихтың алдағы өлөштәре:

СССР халыҡ депутаттары булып һайланыуға дәғүә итеүселәрҙең исемлектәре билдәле булғас, ҡыҙыу көрәш башланғас, Ишембай ҡалаһына мин йәшәгән фатирға СССР Халыҡ депутатлығына бер түгел, ике кандидат килеп керҙе. Был һайлау кампанияһында күргән, кисергән мажарларҙы ентекләп яҙып тормайым, мәҡәлә ул хаҡта түгел. Шуны ғына әйтәм: был һайлауҙар иң тәүгеһе һәм иң ғәҙеле булды. Ҡалғанын үҙегеҙ аңлағыҙ.
Дуҫым Хәйҙәр ағай Шаһиев хужалыҡ рәйесе “Минстрой” етәксеһе Миңлерәйес Усмановҡа ҡаршы сығып ҡараһын әле! Стәрлетамаҡ, Ишембай, бөтә партноменклатура – Хәйҙәр ағайға ҡаршы. Ул 75 процент йыйҙы һәм Милләттәр палатаһына һайланды. Ә Союз палатаһына Фәрит Вәхитов үҙенең кандидатураһын ҡуйғайны. Һайлау алды йыйылыштарына килә лә ағайым, ҡобараһы осоп, тик ултыра. Етмәһә, көндәше – эшлекле, ҡыйыу егет – һәр йыйылышта яҡташымды ботарлай ҙа ташлай. Бер йыйылыштан һуң “Әрмет” колхозының рәйесе, буласаҡ яҙыусы Флүр Яхин икебеҙҙе сәйгә алып ҡайтты. Фәрит ағай ҡото осоп ултыра, сәй эсерлек тә түгел. Мин тегене тынысландырам: һиңә эйәреп, Мәскәүгә барам, урын булмаһа, һинең койкаңа ятып йоҡлайым, тип тегене дәртләндерергә тырышам. Флүр мәрхүмдең ҡатыны: “Карауатығыҙҙы һындырып ҡуймағыҙ”, – тип көлгән була бит әле...
Ғәфү итегеҙ, ситкә юрғаланым. Ҡыҫҡаһы, минең дуҫтарым да атайымдың дуҫы – Төркмәнстандан Сәйетнияз Атаев та – депутат булып һайланды.
Шул көндәрҙә Өфөнән яҙыусылар союзынан шылтыраттылар: “15 майҙа СССР-ҙың йәш яҙыусыларының 9-сы конференцияһы асыла. Барырға теләгегеҙ юҡмы?”
“Йә, Хоҙай! Бынан көткәнемде Мәскәүҙән бирҙеләр. Риза, риза!” – тип ике аҙна эсендә хикәйәләремде тәржемә итеп, Мәскәүгә ебәрҙем. Сәфәрҙе ВЛКСМ-дың Өлкә комитеты ойоштора икән. Юл хаҡын (Өфө-Мәскәү-Өфө) улар түләй. Минең өсөн бер генә яйһыҙ яғы бар – яҙыусылар конференцияһы 15 майҙа асыла, 20-дә бөтә. Ә Халыҡ депутаттарының съезы 22 майҙа иртән асыла. Шулай итеп, конференцияға, тигән һылтау менән, Мәскәүгә килеп төштөк. Беҙ – дүртәү: Әмир ағай Әминев, Хисмәтулла ҡорҙашым Юлдашев һәм уның хәләл ефете Тамара Искәндәриә. Унда күргән мажаралар үҙе бер китаплыҡ. Бер заман яҙырмын әле, тип ниәтләгәйнем, хәҙер кире уйланым. Хәйер, кем белә...
Конференция үтеп китте. Уңай килһә, килә бит! Төркмәнстандың йәш яҙыусылары менән таныштым. Уларҙың бында вәкиллеге бар икән. Мәскәүгә килгән төркмәндәр менән улар идара итә. Телефондарын, адресын бирҙеләр һәм беренсе тапҡыр шылтыратыуҙа уҡ, вәкиллектән: “Халыҡ депутаты Сәйетнияз Атаев Мәскәүгә килде, ул әле “Мәскәү” ҡунаҡханаһының 412-се бүлмәһендә ял итә”, – тинеләр һәм телефонын әйтеп, яҙҙырҙылар. Һәм мин шунда уҡ урамдағы автоматтан ҡунаҡханаға шылтыраттым.
– Һаумыһығыҙ, Сәйетнияз ағай! Һеҙҙе Башҡортостандан полкташығыҙ Мөстәҡим Кинйәбаевтың улы борсой! – тип әйтеүемә:
– Ай-һай-һай! Улым! Һин мине ҡайҙан таптың? – тип яуап бирҙе. Бер сәғәт тә үтмәне, беҙ ҡунаҡхананың фойеһында осраштыҡ. Унда беҙ ике-өс сәғәт ҡунаҡхана эргәһендә йөрөп, һөйләштек, күңелебеҙ булманы, иртәгә тағы ла осрашырға һөйләштек. Мин Сәйетнияз ағайға күстәнәс итеп бал, тәүге китабымды, шунан һуң Мәжит Ғафуриҙың 100 йыллығында сығыш яһаусыларҙың телмәрҙәре яҙылған йыйынтыҡты алып килгәйнем.
Иртәгәһен беҙ тағы ла осрашырға һөйләшеп, хушлаштыҡ. Ул арала булмай, Фәрит Вәхитов менән Хәйҙәр Шәһиев килеп сыҡты.
Читайте нас: