+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Май 2020, 10:27

ТӨНДӘЛЕКТӘР. МИҢЛЕӘХМӘТ БАБАЙҘЫҢ БАТЫРЛЫҒЫ.

...Һуғышҡа ла ауылдың иң беренселәрҙең береһе булып китә. 1941 йылдың ноябрендә сапёр батальонында хеҙмәтен башлай. Күпер төҙөгәндә фашист снайперы күкрәгенә ата, ләкин Миңлеәхмәт иҫән ҡала. Госпиталдән һуң уны танк экипажына наводчик-радист итеп әҙерләйҙәр. Бында ла һынатмай Миңлеәхмәт бабайыбыҙ. 1943 йылдың йәйендә Прохоровка ауылы эргәһендә мең фашист танкыһына ҡаршы мең совет танкыһы алышҡа күтәрелә һәм...

ТӨНДӘЛЕКТӘР.
МИҢЛЕӘХМӘТ БАБАЙҘЫҢ БАТЫРЛЫҒЫ.
Аръяҡҡа күпер аша сыҡҡас, һулға боролабыҙ. Мәктәп баҡсаһы башында ғына Миңлеәхмәт бабайҙың өйө. Ул 1911 йылда тыуған. Бәләкәй сағынан етем ҡалып, донъяның бөтә ауырлыҡтарын кисереп үҫә. Аслыҡ йылдарында әсәһе яғынан апаһы 40 саҡырымда ятҡан Ҡарайғанға алып китеп ҡарай, ләкин Миңлеәхмәт, тыуған ауылын яратҡанға, йәйәүләп, кире ҡайта. Был хәл ике-өс тапҡыр ҡабатлана. Аҙаҡ, Ҡабыҡҡыуышта йәшәһен, тип ҡул һелтәйҙәр. Урындағы колхозға иң беренселәрҙән булып кергән кеше. Ныҡлығы, баш баҫып, эшләүе һәм егәрле булыуы уға тормош ауырлыҡтарын еңел кисерергә мөмкинлек бирә.
Һуғышҡа ла ауылдың иң беренселәрҙең береһе булып китә. 1941 йылдың ноябрендә сапёр батальонында хеҙмәтен башлай. Күпер төҙөгәндә фашист снайперы күкрәгенә ата, ләкин Миңлеәхмәт иҫән ҡала. Госпиталдән һуң уны танк экипажына наводчик-радист итеп әҙерләйҙәр. Бында ла һынатмай Миңлеәхмәт бабайыбыҙ. 1943 йылдың йәйендә Прохоровка ауылы эргәһендә мең фашист танкыһына ҡаршы мең совет танкыһы алышҡа күтәрелә һәм беҙҙекеләрҙең еңеүе менән тамамалана. Ошо донъялағы иң ҙур танкы һуғышынан һуң да иҫән ҡала Миңлеәхмәт бабай һәм ҡайтҡас, балаларына: “Тимер иреп, аҡты, ләкин беҙ бирешмәнек, иҫән ҡалдыҡ”, – тип һөйләй.
1941 йылдың ноябренән 1945 йылдың авгусына тиклем хеҙмәттә була Миңлеәхмәт бабай. Һуғыштан һуң маршал Жуков үҙе иҫән ҡалған танкы экипаждарын йыйып: “Рәхмәт һеҙгә, һалдаттарым!” – тип әйтә һәм миҙалдар тапшыра. Бынан 20 йылдар элек Прохоровка ауылы эргәһендә ошо һуғышҡа арналған мемориаль комплекс асылды. Комплекстың ҙур өлөшөн яуҙа ҡатнашҡан танкы экипаждары исемлеге алып тора. Әгәр юл төшһә, кереп, ҡарағыҙ. Исемлектә Миңлеәхмәт Айытбай улы Кинйәбаев та бар. Ул – Ҡабыҡҡыуыш батыры! Курск һуғышынан һуң Кёнигсбергты азат итеүҙә ҡатнаша. Батырлығы өсөн тиҫтәләрсә миҙал менән бүләкләнә. Ҡайтҡас, тыуған колхозында шофер, тракторсы, тимерсе булып эшләй. Хәҙер Миңлеәхмәт бабайҙың яҡты иҫтәлеген уның ҡыҙҙары, улдары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре һаҡлай. Ҡабыҡҡыуыштың иң уңған кешеләре кемдәр, тип һораһағыҙ, Кинйәбаев Илнурҙың ғаиләһе, тип әйтерҙәр. Илнур үҙенең хәләл ефете менән дүрт бала тәрбиәләп, үҫтерҙеләр. Уларҙың улдары Айнур – Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле милли көрәш батырҙарының береһе. Әгәр Миңлеәхмәт бабайҙың улдарын, ҡыҙҙарын, ейән-ейәрсәрҙәрен, бүлә-бүләсәләрен һанай башлаһаң, осона сығырлыҡ түгел, утыҙҙан ашып китә.
Бөгөн Ҡабыҡҡыуышта байрам. Ауылдаштар үҙҙәренең еңеүсе атайҙарын, бабайҙарын, олатайҙарын иҫкә алырҙар. Өй түрендә еңеүселәрҙең фотоһүрәттәре торор. Эйе, был – беҙҙең байрам. Атай-олатайҙарҙың рухын һаҡларға, уларҙың иҫтәлеген хөрмәт итергә беҙ бурыслы!
Байрам менән, ауылдаштар!
Читайте нас: