Йыл һайын, ҡотлай торғайным, быйыл беренсе тапҡыр Еңеү байрамы Талха Ғиниәтуллинһыҙ үтте. Шылтыратыуымдың тағы бер сәбәбе – йыл һайын ошо көндәрҙә халыҡ яҙыусыһының “Мина яланында” исемле хикәйәһе буйынса Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған “Ер менән күк араһында” исемле инсценировканы БСТ аша күрһәтә торғайнылар.
Инсценировкаһын, гөлт иткән һымаҡ, тоҡанып, бер аҙнала яҙҙып ташланым. Мәшһүр акттерыбыҙ һәм режиссерыбыҙ Олег Закирович Хановҡа күрһәткәйнем, оҡшатты, ҡуйырға теләк белдерҙе. Аҙаҡ талантлы режиссер Гөлдәр Ильясоваға тәҡдим итте. Пьесаның русса вариантын эшләп, Ураҙҙа йәшәгән яҙыусыға алып барып күрһәттем. Инсценировканы шул тиклем оҡшатты, хатта илап ебәрҙе.
– Әгәр минең әҫәрҙәрем буйынса инсценировалар ҡуялар икән, тимәк, мин хәҙер шулай билдәле яҙыусымы? – тип һораны. – Бәлки мин 90-сы йылдарҙа билдәле яҙыусы булғанмындыр, ләкин мин уны белмәй ҡалдым (уның һүҙҙәре – “проворонол свою славу”).
Бер нисә сәғәт кенә булдыҡ, бик ҡыҙыҡлы һөйләшеү үтте. Мин уны премьераға саҡырҙым. Ләкин ул килә алманы. Ә телевизорҙан ҡарарға мөмкинлеге булманы. Ураҙҙа БСТ һаман күрһәтмәй икән.
Шулай ҙа, бабайҙың ғүмер буйы хыялланған теләге тормошҡа ашты. Ул әйләнгән һайын Мәскәүҙә үлеүенән ҡурҡа һәм, мөмкинлек сығыу менән, Ураҙға ашҡына торғайны, тыуған ерендә уны көтөүселәр бик аҙ булһа ла.
Талха ағайҙың яҡташы, спектаклдә төп ролдәрҙең береһен башҡарыусы ифрат талантлы актер Алмас Әмиров ошо инсценировканы Учалыларға күрһәтергә хыяллана ине. Бәлки күрһәтер ҙә әле. Ә мин – Талха ағайға күрһәтергә теләй инем, килеп сыҡманы.
Бөгөн БСТ-ның теле-программаһын барлап ултырғанда, күҙемә “Ер менән күк араһында” исемле яҙыу салынып ҡалды. Сәғәт биштәр тирәһендә, тип аңланым.
Ваҡытығыҙ булһа, күҙ һалығыҙ. Талха бабай үҙе иҫән саҡта йылы һүҙҙе бик аҙ ишетте. Исмаһам, йылы һүҙ менән иҫкә алығыҙ.