+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Май 2020, 11:05

ЕҢЕҮ РУХЫ БЕҘҘЕҢ МЕНӘН!

9 май, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы кисәге көнгә ҡалды һәм тарихҡа әйләнде. Быйылғы юбилейҙан ниндәй һығымталар яһарға мөмкин? Сир менән бәйле билдәле ваҡиғалаға ҡарамаҫтан, фашизмды еңеүҙең 75 йыллығы Рәсәйҙең генә түгел, барлыҡ донъяның байрамына әйләнде. Ошо һүҙҙе дәлилләүсе бер-нисә миҫал: юбилей алды көндәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путинды донъяның иң ҡеүәтле илдәренең лидерҙары шылтыратып ҡотланы һәм уңыштар теләне. Улар, тимәк, Совет халҡының ошо еңеүгә индергән өлөшөн таный һәм хәтерләй. Шундай уҡ ҡотлауҙарҙы Рәсәй халҡы исеменән Владимир Путин, һанаулы ғына илдәрҙән тыш, башҡа дәүләттәргә лә еткерҙе. Владимир Путин Украина һәм Грузия халҡын Бөйөк Еңеү менән ҡотланы.

Ҡайһы бер илдәрҙә тарихты яңынан яҙырға теләүсе, үҙҙәренең фаразын халыҡҡа еткереүсе фекерҙәр яңғырағайны. Хатта Балтик буйы илдәре, Польша фашизмды еңеүҙә СССР халыҡтарының ролен шик аҫтына ҡуйған сәйәсәт алып бара. Рәсәй тарихсылары аныҡ дәлилдәр менән ундайҙарҙың өндәрен япты.
Бында хәҙерге Германия етәкселеге фекеренең әһәмиәте бар, тип уйлайым. Сөнки Германияның сит ил эштәре министры Хайко Маас рәсми сығышында: “Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланыуында бары тик Германия ғәйепле һәм ул ғына яуап бирәсәк. Фашизмды Советтар Союзы еңде. Һуғышты Гитлер асты һәм ул 1939 йылдың сентябрендә Польшаны баҫып алыу менән башланды”, – тип таныны. Шунан һуң ялған тарихсылар тынып ҡалғандай булды.
Хәҙерге Рәсәйҙе элекке Рәсәй менән сағыштырыу урынһыҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путин Оборона министрлығының хәрби вуздары һәм академияларын тамамлаусылар алдында сығыш яһағанда: “Беҙ үҙебеҙҙең хәрби көстәрҙе артабан да нығытасаҡбыҙ һәм иң алдынғы ҡоралдар, техника менән тәьмин итәсәкбеҙ” – тип белдеҙе.
Башҡаса мөмкин түгел, сөнки НАТО илдәре ҡоралланғанда, Рәсәйҙең “һаҡалы менән уйнарға” теләүселәр табылып торғанда хәрби көстәрҙе яңыртыу илде нығытыуҙың берҙән-бер юлы.
Кисәге байрам саралары халыҡтың иң аҙ ҡатнашыуы менән айырылып торһа ла, үҙенең әһәмиәтен һаҡлап ҡалды. Ҡурҡыныслы сир янағанда башҡаса мөмкин түгел. Сир ҙә үтер ҙә китер, киләсәк тураһында ла уйлайыҡ.
Сиргә килгәндә киләһе аҙнанан уның беренсе этабы ғәмәлгә инер, тип көтөлә. Уға ярашлы, урамдарҙа балалар менән йөрөү, спорт менән шөғөлләнеү рөхсәт ителәсәк. Йәш сикләүҙәре бер аҙ киңәйтеләсәк, ләкин битлектәр һәм бирсәтке һымаҡ һаҡланыу саралары ҡаласаҡ.
Читайте нас: