+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Май 2020, 11:59

БЫНА ҺИҢӘ – ОНЛАЙН!

Путиндың үҙенән ҡурҡмағандар бар икән. Барлыҡ Рәсәй, бына айҙан артыҡ инде, көтөп алып, Президентты тыңлай һәм, Хужа һөйләгән арала, губернаторҙарҙың үҙҙәрен нисек тотоуҙарын күҙәтә. Улар, ни, онлайн, йәғни тереләй, тип тормай, үҙҙәрен Рәсәйҙә, тип түгел, үҙ өлкәләрендә һымаҡ тоялар.

Бына кемдәр етәкеселек итә халыҡҡа. Берәүҙәр сәй эсә, икенселәрҙең ҡулынан телефон төшмәй, етмәһә, һөйләшергә лә, фотоға төшөрөрөгә лә өлгөрәләр. Ана,берәүһе 500 мең һумлыҡ ҡәнәфиендә бәүелә һәм һиҙелер-һиҙелмәҫ йоҡомһорай. Ә инде, йоҡламаһа һәм сәй эсмәһә, ҡиммәтле ручкаһы менән уйнай. Экранда бер мәл Татарстан башлығы Рөстәм Миңлеханов күренеп ҡалды. Ул кеҫәһендә ятҡан телефонын һөйрәп сығарҙы.
Был кадрҙарҙа Владимир Путин үҙе лә күренеп ҡала. Кемдер доклад яһағанда Президент өҫтәлдә ҡәләмен тәгәрләткән. Йә, ярай, ҡәләм тәгәрләтеүҙе лә ғәйепкә сығармайыҡ инде.
Читайте нас: