-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Май 2020, 12:43

АНОНС! ТӨРКӨМДӘШ ДУҪТАРЫБЫҘ ИҒТИБАРЫНА.

Шәмбе көндө яңы әҫәр тәҡдим итәбеҙ, ул “Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа...” тип атала. Беҙҙең эргәлә беҙҙең киләсәгебеҙ – ҡыҙҙар һәм малайҙар үҫеп килә. Улар хәҙерге донъяны нисек ҡабул итә? Беҙгә ниндәй мөнәсәбәттә? Ә беҙ уларға иғтибарлымы? Үҙебеҙҙең өләсәй-олатай, әсәй-атай иғтибарынан мәхрүм итмәйбеҙме? Даими авторыбыҙ Ф. Ильясова балалар донъяһына үтеп инде һәм уның серҙәрен сисеп ҡараны. Тетрәнерлек урындары бар. Шәмбе иртәнге һигеҙҙә телефондарығыҙға күҙ һалырға, яңы әҫәрҙе уҡырға һәм “лайк”тар ҡуйырға онотмағыҙ!Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарға әҫәрҙән бәләкәй генә өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

АНОНС!
ТӨРКӨМДӘШ ДУҪТАРЫБЫҘ ИҒТИБАРЫНА.
Шәмбе көндө яңы әҫәр тәҡдим итәбеҙ, ул “Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа...” тип атала. Беҙҙең эргәлә беҙҙең киләсәгебеҙ – ҡыҙҙар һәм малайҙар үҫеп килә. Улар хәҙерге донъяны нисек ҡабул итә? Беҙгә ниндәй мөнәсәбәттә? Ә беҙ уларға иғтибарлымы? Үҙебеҙҙең өләсәй-олатай, әсәй-атай иғтибарынан мәхрүм итмәйбеҙме? Даими авторыбыҙ Ф. Ильясова балалар донъяһына үтеп инде һәм уның серҙәрен сисеп ҡараны. Тетрәнерлек урындары бар. Шәмбе иртәнге һигеҙҙә телефондарығыҙға күҙ һалырға, яңы әҫәрҙе уҡырға һәм “лайк”тар ҡуйырға онотмағыҙ!
Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарға әҫәрҙән бәләкәй генә өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
“...Ҡаҡса, елберҙәп торған малай, елгә арҡаһын ҡуйып, атлап, аҙаплана, яңылыш баҫып, ҡолап та китә. Ҡоламай, хәле юҡ шул, нисә көн инде, өйҙә, иртәле-кисле – икмәк тә, һалҡын һыу ғына. Ана, мәктәп тора, ана, хәҙер барып етә. Ҡайһылай уттары ҡайнар яна, үҙенә саҡырған һымаҡ... Мәктәпкә! Мәктәпкә! Эләгә-тәгәрәй, мәктәпкә барыуының төп сәбәбе шул – мәктәптә көн һайын, ике дәрестән һуң, ашаталар. Ә, беләһегеҙме, мәктәп бутҡаһының нисек тәмле икәнлеген! Ә шәкәрле сәй!? Ә ҡайһы ваҡыт – йогурт!? Ә кисә берәр алма тотторҙолар! Ышанаһығыҙмы, ҡайһы ваҡыт әфлисун, йә мандарин эләгә! Ә һеҙ, Ринат уларҙы шунда уҡ ашап бөтә, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, Ринат үҙен түгел, ҡустыһын уйлай. Ҡустыһы уны тәҙрә төбөндә көтөп тора. Ағаһын күреү менән, һелкенергә, тәҙрәһен төйөргә тотона. Үҙе генә аңлаған ниндәйҙер өн-ауаздар сығара. Ә ҡайһы ваҡыт, өҫтәп, кәнфит, йә прәник тоторалар. Тамаҡ туйғас, дәрестәр ҙә күңеле үтә. Ә, шунан һуң, Ринат өйгә ҡайта һәм ишек төбөндә ҡаршы алған ҡустыһын ҡосаҡлап ала. Белә, Азаттың нимә көткәнен, белә! “Хәҙер, ҡустым”, – ти ул һәм кеҫәһенән, йә алма, йә прәник, йә әфлисун сығарып, тоттора. Күрәһеңме, ҡустым, ағайың һине нисек ярата!..” (“Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа...” – хикәйә. Ф.Ильясова.)
Читайте нас: