+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Май 2020, 20:11

ҠӘҘЕР КИСЕН КӨТКӘНДӘ

Ҡәҙер Кисенә үҙ күҙҙәре менән шаһит булыуы тураһында белдергән өләсәйем хәтирәләре иҫкә төшә. Ҡәҙер кисен көткән бер төндә ул тышҡа сыҡҡан һәм, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡапыл күп ҡабағы асылып, тирә-яҡты ниндәйҙер нур балҡытып ебәргән.

Ҡәҙер Кисенә үҙ күҙҙәре менән шаһит булыуы тураһында белдергән өләсәйем хәтирәләре иҫкә төшә. Ҡәҙер кисен көткән бер төндә ул тышҡа сыҡҡан һәм, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡапыл күп ҡабағы асылып, тирә-яҡты ниндәйҙер нур балҡытып ебәргән. Ҡәҙер кисе тураһында атаһынан бик күп тапҡырҙар ишетеп үҫһә, аҙаҡ, дингә ныҡлап килгәс, китаптарҙан әллә күпме уҡыһа ла, бындай хәлде үҙ күҙҙәре менән күргән өләсәй ҡурҡып киткән һәм өйгә йүгереп ингән. Хатта, шундай хәл булһа, тип алдан әҙерләп ҡуйған теләктәре лә башынан сығып осҡан. Өләсәйем ышаныуынса, ошо мәлдә теләгән барлыҡ теләктәр ҙә тормошҡа аша, имеш.
Бала саҡта, өләсәйҙең был хәтирәһен ҡабат-ҡабат үҙенән һөйләткән мәлдәрҙә, “эх, берәй мәл миңә лә күк ҡабағы асылһа, мин, өләсәй ише, ҡурҡмаҫ, иң ҡәҙерле теләгемде теләп өлгөрөр инем” тип, хыялдарға бирелеп ултырыуым хәтерҙә. Ә ул саҡтағы теләгем, хәҙер ҡараһаң, ябай ғына булған икән: “Донъялағы бөтә кешеләр ҙә бәхетле булһын!”.
Бөгөн Ҡәҙер кисендә күк ҡабағы асыла ҡалһа, нимә теләр инек икән?
Читайте нас: