Битлек кейергәме, кеймәҫкәме, тигән һорау бөгөн урынһыҙ. Ғалимдар һаҡланыу сараларының һәр береһен кәрәкле һәм урынлы, тип иҫәпләй.
Битлектәр һәм бирсәкткәләр, социаль арауыҡты һаҡлау, аралашыуҙы мөмкин тиклем кәметеү, хис-тойғоларҙы белдергәндә ҡосаҡлашыуҙан һәм сут та сут үбешеүҙән баш тартыу бөгөн ифрат файҙалы.
Әгәр ошонда йәшәү рәүешен, сама белеп туҡланыуҙы, сәләмәт йәшәү тәртибен индерһәк, күптәребеҙ үҙҙәренең һаулығы менән ғорурланасаҡ.