“Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө, “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары “Минең тормошомда эскелеккә урын юҡ” конкурсын былтыр изге маҡсаттан сығып ойошторғайны. Был бәйге күпмелер кимәлдә үҙ маҡсатына өлгәште, һәйбәт кенә материалдар күренеп ҡалды, ләкин килгән мәҡәләләрҙең йөкмәтке йәһәтенән бер төрлө булыуы, сифат яғынан аҡһауы беҙҙе уйландырҙы.
Бында төп ғәйеп беҙҙә, сөнки бәйгенең маҡсатын, тәғәйенләнешен һәм талабын ҡатнашыусыларға еткерә алмағанбыҙҙыр, ҡатнашыусыларҙың һирәк йәлеп ителеүе, мәҡәләләрҙең урыҡ-һурыҡ сығыуы беҙ ҡуйған, беҙ күрергә теләгән маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра алманы. Беҙ үҙебеҙҙән киләсәктә бындай ярышмаларҙы әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән тормошҡа ашырырға кәрәк, тигән фекергә килдек. Өҫтәп шуны әйтәбеҙ, бәйге тулыһынса редакциялар хеҙмәткәрҙәре иҫәбенә финансланды һәм ул беҙҙең бөгөнгө хәлебеҙҙе сағылдыра.
Еңеүселәр, йәғни, иң һәйбәт материалдар авторҙары тип:
Гөлдәр КӘЛИМУЛЛИНА (Гөлдәр әбей), Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА, Миңзәлә СИРҒӘЛИНА, Миңһылыу АБДУЛЛИНА, Зәйтүнә КӨҪӘПОВА билдәләнде һәм һәр береһе икешәр мең һумлыҡ аҡсалата премия менән бүләкләнде!
Килеп алыу тәртибен эш көндәрендә 8(347) 292-77-60 телефонына шылтыратып, белә алаһығыҙ.