-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Май 2020, 09:00

ӘЛЕ ХУШЛАШЫРҒА АШЫҠМАЙБЫҘ.

Ләкин, нисек кенә булмаһын, әҫәрҙең беренсе өлөшө тамам. Кем нисектер, ә беҙ Ринатты яратып өлгөрҙөк. Шуға хушлашырға һис тә теләк юҡ. Улай ғына ла түгел, беҙ Ринаттың һәм уның яҙмышы өсөн үҙебеҙҙе яуаплы тоябыҙ. Шуныһы беҙҙе өмөтләндерә һәм көс бирә – беҙ күмәкбеҙ. Был әҫәрҙе, көтөп алып, ошо ике аҙна эсендә ун меңдән ашыу кеше уҡыны. Бәлки күҙ һалып китеүселәре ике-өс тапҡыр күберәктер. Тимәк, һеҙ малайҙың тормошона битараф түгел. Дәүләт нисек кенә тырышмаһын, ул һәр балаға һаҡсы һәм ҡараусы ҡуя алмай. Шуның өсөн мәктәп, йәмәғәтселек, яҡындар, туғандар бар. Ата-әсәләр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, улар иң тәүге сиратта яуаплы.

Авторҙан йыш ҡына был ваҡиғалар ҡайҙа һәм нисек булды, тип һорайҙар. Образдар – йыйылмалы, ваҡиғаларҙың күбеһе уйҙырмаға яҡын, ләкин булған, ә тап килеүҙәр – осраҡлы, тип кенә ҡотолоп булыр ине, әгәр тормошобоҙҙа ошондай күңелһеҙ хәлдәр йыш осрамаһа. Беҙҙең маҡсат – ҡайҙалыр булғандарҙы һеҙгә еткереү түгел, киреһенсә, шундай күңелһеҙ осраҡтарҙы киҫәтеү. Заманалар үҙгәрҙе, кешеләр бер-береһенән алыҫлаша бара. Иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе ҡурсалайыҡ!
“Һәнәк” журналы сайты һәм "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" төркөмө ошо малай һымаҡ, һәр көн йәшәү өсөн көрәшә, эҙләй, яңы әҫәрҙәр тәҡдим итә. Беҙҙең яҙғандарыбыҙ – уҡыусыларыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ өсөн. Матбуғатҡа яҙылыу бара. Башҡорт баҫмаларына, беҙҙең “Һәнәк”кә яҙылып, ярҙам итһәгеҙ ине. Ә беҙ һеҙгә нимә эшләй алабыҙ? Беҙ һеҙгә “Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа...” һымаҡ әҫәрҙәр тәҡдим итәбеҙ. Яҙылыу хаҡы – һеҙ генә күтәрерлек – 550 һум.
Ә ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа үҙҙәре лә беҙгә һәм һеҙгә өйрәнде, хушлашырға һис тә ашыҡмайҙар. Уларҙың киләсәген алда сырамытабыҙ. Ринат үҫер, Гөлнур һап-һары сәсле, зәңгәр күҙле кәләшкә әүерелер. Ә Маратты беҙ магазинында күрәбеҙ. Әлбиттә, бөлмәһә һәм банкрот ҡалмаһа.
Хәйерле сәғәттә! Изге йома көндө беҙ Ринаттың тормошон “Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа... – 2” исеме аҫтында һүрәтләүҙе дауам итәбеҙ. Йомшаҡ күңеллеләргә, хис-тойғололарға уҡымаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Шуны белегеҙ, тормош, беҙ яҙғандар менән сағыштырғанда, күпкә аяуһыҙыраҡ. Яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: