+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Май 2020, 22:42

РАФАЭЛЬ ХӘКИМОВ: “ТАТАРҘАР АТАҠЛЫ ШӘХЕСТӘРҘЕ ТАТАРҘАР АРАҺЫНАН СЫҠҠАНДАР ТИП ӨҪТӘП ЯҘЫРҒА ЯРАТАЛАР”.

Татарстандың Ш. Мәржәни исемендәге тарих институты директоры Рафаэль Хәкимов оҙаҡламай үҙенең вазифаһын ҡалдырасаҡ. Тарих институты үҙе лә тарихта ҡаласаҡ, уның хеҙмәткәрҙәре Татарстан фәндәр академияһы ҡарамағына күсәсәк.Белеме буйынса физик ләкин ифрат һәләтле тарихсыға әйләнгән Рафаэль Хәкимов үҙенең вазифаһын буш ҡул менән ҡалдырмай, ә институт менән “Бөйөк Татарстан нисек барлыҡҡа килгән һәм ул нимәгә әйләнгән?” тигән китап яҙып хушлаша. Әгәр дөрөҫ булһа, “тат”, “дад” ижегенә башланған барлыҡ һүҙҙәр татар донъяһының киңлеге һәм мөһәбәтлеге хаҡында һөйләй. Тарихсы-физик раҫлауынса, татарҙар өсөн шундай сифат өҫтөнлөк итә – бөтә урында һәр ваҡыт улар татарҙарҙы эҙләй – Урыҫтар, үзбәктәр, ҡаҙаҡтар, батша Рәсәйе, СССР-ҙың, РФ-ның тарихи шәхестәре араһынан. Ҡайһы ваҡыт ул дөрөҫкә лә сыға. Был ҡомарлы эҙләүгә Рафаэль Хәкимов үҙе лә һиҙмәҫтән ҡушылып китә. Улар үҙҙәренең милләттәштәрен ябай кешеләр араһынан эҙләмәй.

РАФАЭЛЬ ХӘКИМОВ: “ТАТАРҘАР АТАҠЛЫ ШӘХЕСТӘРҘЕ ТАТАРҘАР АРАҺЫНАН СЫҠҠАНДАР ТИП ӨҪТӘП ЯҘЫРҒА ЯРАТАЛАР”.
Татарстандың Ш. Мәржәни исемендәге тарих институты директоры Рафаэль Хәкимов оҙаҡламай үҙенең вазифаһын ҡалдырасаҡ. Тарих институты үҙе лә тарихта ҡаласаҡ, уның хеҙмәткәрҙәре Татарстан фәндәр академияһы ҡарамағына күсәсәк.
Белеме буйынса физик ләкин ифрат һәләтле тарихсыға әйләнгән Рафаэль Хәкимов үҙенең вазифаһын буш ҡул менән ҡалдырмай, ә институт менән “Бөйөк Татарстан нисек барлыҡҡа килгән һәм ул нимәгә әйләнгән?” тигән китап яҙып хушлаша. Әгәр дөрөҫ булһа, “тат”, “дад” ижегенә башланған барлыҡ һүҙҙәр татар донъяһының киңлеге һәм мөһәбәтлеге хаҡында һөйләй. Тарихсы-физик раҫлауынса, татарҙар өсөн шундай сифат өҫтөнлөк итә – бөтә урында һәр ваҡыт улар татарҙарҙы эҙләй – Урыҫтар, үзбәктәр, ҡаҙаҡтар, батша Рәсәйе, СССР-ҙың, РФ-ның тарихи шәхестәре араһынан. Ҡайһы ваҡыт ул дөрөҫкә лә сыға. Был ҡомарлы эҙләүгә Рафаэль Хәкимов үҙе лә һиҙмәҫтән ҡушылып китә. Улар үҙҙәренең милләттәштәрен ябай кешеләр араһынан эҙләмәй.
“Был эҙләү ҡайһы ваҡыт сиргә әйләнеп бара”, – тип раҫлай Рафаэль Хәкимов һәм ул үҙенең китабында “Урыҫты ҡырып ҡара – татар килеп сығасаҡ”, – тип ышандырырға тырыша.
Рафаэль Хәкимов һүрәтләгән “сиргә оҡшаған шауҡым” Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу капанияһы алдынан оторо көсәйә һәм, ғөмүмән, әҙәп, айыҡ аҡыл, баҫалҡылыҡ тигән кешеләр өсөн хас һыҙаттар юҡҡа сыға.
Ошо урында ике генә миҫалды иҫкә төшөргө килә. Александр Матросовты атаҡлы журналист Рәүеф Насыров тиҫтә йылдар буйы эҙләп, китап сығарып, Учалы районының Ҡунаҡбай ауылынан Шәкирйән Мөхәмәтйәнов тип иҫбатлауы булды, күршеләр уны шунда уҡ үҙҙәренең энциклопедияһына индереп тә ҡуйҙы, әлбиттә, татар тип.
Ниңә алыҫ китергә? Ошо көндәрҙә булған миҫал. Республиканың күп милләтле халҡының, республика етәкселегенең оҙаҡ йылдар алып барған эшмәкәрлеге һөҙөмтәле тамамланды – РФ Президенты Владимир Путиндың Указы менән Миңлеғәле Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы”исеме бирелде. Бәлки быға тиклем “Башҡорттар китте һуғышҡа” тигән йырҙы күршеләр беләгәндер ҙә, ләкин генералға “Рәсәй Геройы” исеме бирелеү менән, уны милләттәшебеҙ, тип иғлан иттеләр. Ә бынан ун йылдар самаһы элек “Ватаным – Татарстан” гәзитендә Айҙар Хәлим 90 процент татарҙан торған 112-се кавалерия дивизияһы башҡорт кавалерия дивизияһы тип йөрөтөлә, тигән фекер яҙып сыҡҡайны. Әйтерһең, үҙе окоптан-окопҡа йөрөп, яугирҙарҙың паспортын тикшергән. Тикшермәгән, сөнки ул ваҡытта уға 2-3 йәш кенә булған. Иң аяныслыһы шул – Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышсыларының 90 проценты, тип әйтерлек тәүге йылдарҙа уҡ яраланып, һәләк булып, сафтан сыға.
Бөйөклөк, әлбиттә, насар сифат түгел. Рафаэль Хәкимов быны раҫларға тырыша, ләкин күпме ҡабатлаһаң да, таихты кире яҙһаң да, хәҡиҡәттән ҡасып булмай.
Рафаэль Хәкимов вазифаһын ҡалдырһа ла, Мәржәни институты икенсе институтҡа ҡушылһа ла, уның эшмәкәрлеге тарихта ҡалһа ла, шау-шыу тыуҙырыуын дауам итәсәк әле. Мәҫәлән, китапты еңелсә битләү (ҡараштырыу) ҙә татар тарихын хәҙерге Рәсәй сиктәрендә генә ҡалдырмай, ғөмүмән элекке СССР-ҙан ҙурыраҡ киңлектәргә сығара. Иң ҡыҙығы шул, Рәсәй ғалимдары был асыштарҙы нисек ҡабул итер икән? Автор, мәҫәлән, Кремль нимә әйтер икән, тигән шик-шөбһәләрен һиҙҙермәй ҡалмай.
Рафаэль Хәкимов үҙенең хеҙмәте менән күптән билдәле тәғлимәтте раҫлай: Рәсәй – донъяла тарихы билдәле булмаған берҙән-бер ил (Россия – единственная страна в мире, где история не предсказуема).
Фото: ИА «Башинформ»
Читайте нас: