+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Июнь 2020, 12:38

БЕҘ – КҮМӘК, БЕҘ ХӘҘЕР – 2000!

Февраль урталарында ғына “Һәнәк” журналы, журнал “Вилы” төркөмөнөң дуҫтары 800-ҙән артығыраҡ ине. Өс-дүрт ай эсендә беҙ һеҙҙең менән бәйләнештәрҙе нығыттыҡ, бер-беребеҙҙе һынаныҡ, мөмкинлектәребеҙҙе барланыҡ. Әҫәрҙәрҙең һеҙҙең тарафтан йылы тәҡдим ителеүе, һеҙҙең битараф булмауығыҙ беҙгә оҡшай. Ике яҡлы бәйләнеш урынлаша, ул маҡтауға ғына ҡоролмаған, үҙ-ара тәнҡит тә, изге теләктәр ҙә бар.

Беҙ хәҙер һеҙгә нимә кәрәклеген сырамытабыҙ, ошо йүнәлештә эшләйбеҙ. Бынан тыш “Һәнәк” журналы ҡағыҙ форматта ла сыға бит әле, уның хаҡында ла онотмаһағыҙ ине. Өйҙән сыҡмайынса, онлайн яҙылыу мөмкинлеге күптән бар һәм һеҙ уны файҙалана алаһығыҙ.
Әле ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы яҙылыу бара, ул 1 июндән 10 июнгә тиклем дауам итәсәк.
“Һәнәк”те алдырып, юмор һәм сатира уҡып, күңелде күтәрергә, ә социаль селтәрҙәрҙәге “Һәнәк” журналы, журнал “Вилы” төркөмө аша хикәйәләр, повестар, шиғырҙар уҡырға мөмкин.
Бергә булайыҡ, дуҫтар! “Һәнәк” журналы һеҙҙең яҙылыуығыҙҙы көтә!
Читайте нас: