+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Июнь 2020, 12:46

ЗӘКИ ВӘЛИДИ ҠЫУАНЫР ИНЕ.

Башҡорт халҡының бөйөк улы Зәки Вәлидиҙең тыуған иле менән хушлашҡанда яҙып ҡалдырған “уҡығыҙ, техник һөнәрҙәр үҙләштерегеҙ”, – тигән васыяты бер быуаттан һуң тормошҡа аша башланы. Уның исемен һәм Гоголь исемен йөрөткән урамдар сатындағы буш бинала республика иҡтисадын һәм сәнәғәтен үҫтереү өсөн өр-яңы, заманса технопарк эшләй башлаясаҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, беҙҙең бина, Мәскәүҙәге “Яндекс”тыҡы менән сағыштырғанда, күпкә яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ.Хәҙер уның эшмәкәрлеген юғары технологиялар менән байытыу бурысы тора.
Бында оҙаҡламай IQ-парк – юғары технологиялар технопаркы барлыҡҡа киләсәк. Республика Башлығы буласаҡ ғилми үҙәктең концепцияһын Хөкүмәт кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларға иғлан итте һәм бурыстар билдәләне. “Сколково” менән берлектә эшләйәсәк технопарк яңы ғына барлыҡҡа килгән “Алға” махсус иҡтисади биләмәнең тәүге заказсыһы булыр, тип ышанғы килә. Бынан тыш эргәлә генә БДУ, ӨДТУ һәм мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн административ тармаҡтар урынлашҡан.
Фото: Яндекс Панорамы
Читайте нас: