+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июнь 2020, 18:59

ҺАБАНТУЙ? АҺ, ҺАБАНТУЙ! И-И-Й, ҺАБАНТУЙ.

Һабантуй тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Ҡарҙар иреп бөткәс, үлән тирткәс, халыҡ һабантуй яланына ағыла. Бәйге, көрәш, спорт ярыштары, сағыу-сағыу тирмәләр, ап-айныҡ кешеләр, матур ҡыҙҙар, батыр егеттәр.

ҺАБАНТУЙ? АҺ, ҺАБАНТУЙ! И-И-Й, ҺАБАНТУЙ.
Һабантуй тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Ҡарҙар иреп бөткәс, үлән тирткәс, халыҡ һабантуй яланына ағыла. Бәйге, көрәш, спорт ярыштары, сағыу-сағыу тирмәләр, ап-айныҡ кешеләр, матур ҡыҙҙар, батыр егеттәр.
Бәй, мин быларҙы нимәгә яҙам әле? Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, һабантуй ҡайғыһымы? Йоғошло сир, пандемия, эпидемия, коронавирус, үҙҡамау, бит һайын – битлек, ҡулдарҙа – тын да алмай торған бирсәткә, һабантуйға барам, тип әйтеүе оят.
Ана, Республика Башлығы Радий Хәбиров та: “Һабантуй мәсьәләһе әлегә хәл ителмәгән”, – тип бар ғаләмгә иғлан итте. Тимәк, Башлыҡ әйтһә – була, әйтмәһә, һабантуй быйылға ял итәсәк.
Әйткәндәй, нисек ял итәсәк? Ә һеҙ, халыҡ, һабантуйҙың ниндәй тырышлыҡ, көрәш менән ойошторолоуын беләһегеҙме? Фермерҙар, “ИП”-шниктар, “ЧП”-шниктар, предприятиелар, йәмғиәттәр, эреле-ваҡлы шефтар һәм бағымсылар, һабантуй, тиһәң, ҡоттары оса, ҡан баҫымдары күтәрелә. Беләһегеҙме, ни өсөн? Һабантуйҙы юғары кимәлдә үткәреү өсөн аҡса кәрәк. Ә йыйылып, байрам итеү өсөн ҡаҙнала аҡса ҡаралмаған. Тимәк, юғарылағыларҙан йыйырға тура килә. Ә уларҙың аҡсаһы сығып бара, тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ. Ә инде район намыҫы, уның абруйы һәм дәрәжәһе аҡса наҡыҫлығынан юғарыраҡ тора.
Атаҡлы юморист, халыҡ артисы Юнир Салауатов был хаҡта нимә ти?
“Ауыл халҡы хәҙер һабантуйға битараф. Кемдең эше юҡ, кем танышын күргеһе килә, кемдең машинаһы бар, шулар ғына бара. Ә теге, йыйылған аҡса түрәләрҙе ҡунаҡ итеүгә тотонола. Шуның өсөн фермерҙар, һабантуй тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ йөҙҙәре боҙола. Ә улар – һәр тиндең ҡәҙерен белгән халыҡ. Ә бына бәйге, көрәш, тирмәләр ярышы миңә оҡшай. Тик, миңә ҡалһа, хужалыҡтарҙың фотоһүрәттәренең конкурсын да ойошторорға кәрәк. Мәҫәлән, уңда – 90-сы йылдарҙағы фермалар, мал ҡуралары, аттар, һыйырҙар, һарыҡтар, һулда – шул ҡураларҙан ҡалған харабалар һәм бер нисә һыйыр. Уның ҡарауы, элек ҡыуаҡ төбө һайын иҫерек ятһа, хәҙер улар бөтөнләй юҡ. Шулай ҙа һабантуйҙың формаһын һәм йөкмәткһен замансалаштырырға һәм хәҙерге ысынбарлыҡҡа яраҡлаштырырға кәрәк. Юғиһә, беҙ һаман да элеккесә фекер йөрөтәбеҙ”.
Читайте нас: