-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июнь 2020, 09:00

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... – 2 Хикәйә. Алтынсы бүлек.

Ринат иртән торҙо ла, күңелдән һанап ҡуйҙы: бөгөн алты көн ҡалды. Алты көн, тимәк, аҙнанан да аҙыраҡ. Күңелен болоҡһотоп, үкенес тойғоһо баҫып алды. Ә бит кисә аҡса бар ине, килеп кергәйне. Әхмәт ағай биш меңлекте тотторорға әҙер ине, малай ғорур булып ҡыланды, баш тартты. Табырмын, йәнәһе. Таба алмаясаҡһың! Бер генә юл ҡала – Таһир еҙнәһенең баҡса йортондағы ҡайнатмалар, тоҙло ҡыяр-помидор һаҡланған банкалар. Ә кешенекен урларға ни хаҡың бар һинең? Хаҡым бар, сөнки ул беҙҙең бурысты ҡайтармай. Роман ағай ҙа дөрөҫ әйтә: алдағандарҙы, бурыстарын ҡайтармағандарҙы ярырға кәрәк!

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... – 2
Хикәйә.
Алтынсы бүлек.
Ринат иртән торҙо ла, күңелдән һанап ҡуйҙы: бөгөн алты көн ҡалды. Алты көн, тимәк, аҙнанан да аҙыраҡ. Күңелен болоҡһотоп, үкенес тойғоһо баҫып алды. Ә бит кисә аҡса бар ине, килеп кергәйне. Әхмәт ағай биш меңлекте тотторорға әҙер ине, малай ғорур булып ҡыланды, баш тартты. Табырмын, йәнәһе. Таба алмаясаҡһың! Бер генә юл ҡала – Таһир еҙнәһенең баҡса йортондағы ҡайнатмалар, тоҙло ҡыяр-помидор һаҡланған банкалар. Ә кешенекен урларға ни хаҡың бар һинең? Хаҡым бар, сөнки ул беҙҙең бурысты ҡайтармай. Роман ағай ҙа дөрөҫ әйтә: алдағандарҙы, бурыстарын ҡайтармағандарҙы ярырға кәрәк!
Төштән һуң Ринат, ғәҙәте буйынса, баҙарға керҙе, иң беренсе булып уның ҡаршыһына кем килеп сыҡты, беләһегеҙме? Әлбиттә, Миша – полицейский. Уныһы тап-таҙа кейенгән, ыҫпай, ҡырынған. Полицейский, Ринатты күреү менән, һиҫкәнде, хатта күрмәмеш булды. Эргәһенән үткәндә, ситкә ҡарап кемгәлер ҡул күтәргән булды. Ринат Роман ағай эргәһенә үтте. Уныһы ла малайға битараф һымаҡ. Шулай ҙа, тыңлаған булды:
– Ҡайнатма, тоҙло ҡыяр, помидор бар. Ҡиммәт түгел, – тине малай шым ғына.
– Килтер, килтер, тәмләп ҡарайыҡ. Үҙеңдекеме? – тине Роман, кәрәгең бар ине, тигән ҡиәфәт менән...
Ринат автобус туҡталышына атланы. Оҙаҡ та көтмәне, автобусы ла килде һәм баҡсалар ҡаласығына ыңғайланы. Ринат атлай, артҡа әйләнеп ҡарай – эҙе ярылып ятып ҡала. Берәйһе күрһә, аптырармы икән, был малай бында ни эшләп йөрөй икән, тип. Баҡсаға килгәс, өйҙөң түбәһенән эскә төштө. Бер аҙ уйланып ултырҙы. Ул сығыуға, ҡараңғы төшөргә тейеш. Етенән һуң тағы бер автобус килә, шуға ултырып ҡайтыр. Бөгөн бер юллаһа, иртәгә бер юллаһа, иртәгә һуң – тағы бер... Былай тоҡсайҙары ныҡ күренә, йыртылмаҫ, күтәрергә тейеш.
Мөгәрәптең ҡапҡасын бик тиҙ асты. Әллә ныҡлап бикләмәгән дә инде? Кеше йөрөмәҫ, тип уйлағандыр инде еҙнәһе. Асып ебәреү менән, йылы, еүеш һауа битенә бәрелде. Оһо, бында йылы икән! Тимәк, өшөмәйәсәк. Ҡараңғы, бер нимә лә күренмәй, юҡҡа фонарь-маҙар алмаған. Баҫҡыс буйлап төшөп килгәндә яҙа баҫты һәм ергә килеп төшөүгә, мөгәрәп ҡапҡасы, әһә, эләктеңме, тигән һымаҡ, гөрһөлдәп, тыҡ итеп ябылып та ҡуйҙы. Уң аяғын бер аҙ ҡаймыҡтырҙы, шикелле, малай. Тороп, баҫҡысты рәтләп, өҫкә менеп ҡараны. Бәй, бында байтаҡ күтәрелергә икән дәһә. Барыбер буйы етмәне, баҫҡыстың иң өҫкө ҡатына күтәрелеп, ҡапҡасты этеп ҡараны, уныһы, асылыу түгел, һелкенмәне лә. Хәйләһеҙ малай әле үҙенең ниндәй бәләгә тарыуын һиҙмәй ҙә, аңламай ҙа ине. Ул ҡапҡасты нығыраҡ этеп ҡараны. Ҡапҡас – тимер, баҫҡыс – ағастан. Тимер асылырға уйламаны ла, ағас – һынды, малай, ҡайҙа тотонорға ла белмәй, аҫҡа ҡоланы. Шулай итеп, ҡапҡан бикләнде.
***
Ринатың юҡлығын иң тәүҙә ашнаҡсы һиҙеп ҡалды. Икенсе көнөнә, иртән, ашатайым тиһә, киске бутҡаһы менән икмәге ҡатып ята, сәйе лә урынында. Тимәк, ҡайтмаған. Ашнаҡсы берәүгә лә өндәшеп торманы, киске ашты иртәнгеһе менән алыштырҙы ла, өйөнә, балалары янына ашыҡты. Төшкөһөн шул уҡ хәл ҡабатланды. Малайҙың баҡса яғына илткән эҙҙәре ярылып ята ине әле. Бәлки шул көндә үк эҙләү эштәрен ойошторғанда, табып булыр ине. Әлегә был хаҡта берәү ҙә уйламай. Өҫтәүенә, шул уҡ көндө, кис, ҡар яуа башланы, буран сыҡты һәм бөтә эҙҙәр юҡ булды.
***
Күпмелер ятҡандан һуң, үҙенең ниндәй бәләгә тарыуын аңлаған малай, сараһыҙлыҡтан, өнһөҙ генә илай башланы. Илау һуҙылды, күҙ йәштәре кипте. Бәй, уның бит телефоны бар! Эй, былай булғас, йәшәйбеҙ, хәҙер шылтырата ла... Иң тәүҙә еҙнәһенә шылтыратыр, хәлде аңлатып бирер, сит кеше түгел бит, үҙҙәренеке. Ни тиһәң дә, ағай-эне бит әле. Малай телефонын барланы. Эх, зарядкаһы ла күп ҡалмаған икән. Еҙнәһенә малай, әллә ҡурҡышынан, әллә шатлығынан бер-бер артлы алты-ете тапҡыр шылтыратып өлгөрҙө. Еҙнә кеше асыуланып, һөйләнә-һөйләнә, телефонын һүндереп ҡуйыуҙан башҡа бер нимә лә уйлап таба алманы. Еҙнәһе яуап бирмәгәс, Роман ағайға шылтыратты. Уныһы ла телефонын һүндерҙе, унан алда, “Һуңынан шылтыратырмын”, – тип “смс”-ка ғына ебәрҙе. Телефондың да көсө самалы, күҙ алдында бөтөп бара.
Тәжрибәһеҙ малай бындай ауыр һәм ҡатмарлы хәлгә беренсе тапҡыр тарығанлыҡтан, шуны белмәй: баҙҙа, мөгәрәптә телефон насар тота һәм, шунлыҡтан аппарат, көсөргәнешле эшләү сәбәпле, ул үҙенең көсөн бик тиҙ исраф итә һәм аҙаҡтан һүнеп ҡуя. Бына-бына ҡотолам, килеп етәләр, был ҡапҡандан сығаралар, тип өмөтләнгән малай үҙенең ҡотолғоһоҙ хәлгә тарыуына нығыраҡ ышана башланы. Таш мөгәрәп, тимер ҡапҡас, арлы-бирле генә таҡталарҙан эшләнгән баҫҡыс һәм тау-тау булып өйөлөп ятҡан картуф, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, һатып, байлыҡ килтерер өсөн әҙерләнгән төрлө-төрлө ҡайнатмалар, тоҙло ҡыяр-помидорҙар араһында ултырған малай үҙенең асығыуын һиҙҙе. Бәләкәйерәк бер банканы алып, бик тә аса алмағас, таш стенаға зыңҡылдатып бер бәреүе булды, тоҙло һыуы ағып, ҡыяр-помидорҙары ҡойолоп та төштө. Мөгәрәп эсенә борос, лавр япрағы һымаҡ тәмләткестәр еҫе таралды. Һәм малай кертләтеп, ашай ҙа башланы. Тәмлеме, тәмле түгелме, тоҙломо, тоҙһоҙмо – ул битараф ине. Хатта тоҙло нәмәне күберәк ашаған һайын, нығыраҡ һыуһаясағын да күҙ алдына килтермәне, был хаҡта уйламаны ла. Ошонда ғына һөйәлеп, ятып йоҡлап алды.
***
Күпмелер көн үткәс, дауаханала иҫкә төшөрҙөләр. Табип Ринаттың әсәһенә:
– Улығыҙ атаһына әйтмәгәнме? Дарыу табырбыҙ, тигәйнеләр, – тине.
– Дүрт көн була инде, улым күренгәне юҡ, – тине әсәһе аптыранып.
– Апай, һеҙ дауаланыу курсын үттегеҙ. Ҡайтып, бер аҙ ял итегеҙ. Берәр айҙан яңынан килерһегеҙ, – тине кәйефһеҙ генә ситкә ҡарап.
Ҡатын аптыранды. Нисек ҡайтаралар? Температураһы төшмәй, һыҙлана, бер аҙна ғына система ҡаҙанылар, дарыуҙары ла булманы.
– Ярай инде, һуң, рәхмәт, – тине ҡатын күндәм генә. Автобусҡа сығырға әйберҙәрен йыйыштыра башланы. Ринат, бергә ҡайтырбыҙ, тигәйне, улы ҡайҙа йөрөй икән? Әллә өстө, әллә дүртте йоҡланы – күренгәне юҡ. Приютҡа барып, эҙләргә тура килә инде. Уныһы ҡасабаның теге башында, тинеләр.
Көс-хәл менән барып етте әсә. Приютта уны бик күңелһеҙ хәбәр көтә ине.
– Улығыҙ юҡ, ҡайҙа икәнлеген белмәйбеҙ. Табыу менән, беҙгә хәбәр итегеҙ, – тип ишектән дә үткәрмәй, кире борҙолар.
Ә бына Гөлнурҙың атаһы, Әхмәт, үҙендә ҡыҙыҡһыныуҙы еңә алманы. Шул хәтле ҡиммәтле дарыу табыу һәм бының өсөн аҡса түгеү нимәгә кәрәк булған? Табиптар араһында таныштары күп, шуларҙың береһенә шылтыратыу уҡ мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе.
– Үҙеңәме? Нимә булды? Әллә сирләп киттеңме? – тип һораша башланы тегеһе.
– Юҡ, – тине десантсы. – Аллаға шөкөр, һаулыҡҡа зарланмайым. Бер танышымдың әсәһе дауаланып ята, шуға эҙләйҙәр.
– Әсәһе дауаланып ята? Тимәк, дөрөҫ аңлаһам, ҡатын-ҡыҙға?
– Эйе, ҡатын-ҡыҙға эҙләйҙәр, – тине Әхмәт.
– Һеҙҙе алдайҙар йә алдаштырып, дарыу алдыртырға итәләр. Ундай осраҡтар осрай, булғылай. Беҙҙең арала ла төрлө кеше бар, – тип танышы бөтәһен дә һөйләп бирҙе. – Был дарыуҙы ҡатын-ҡыҙға түгел, ир-атҡа тәғәйенләйҙәр, бик сетерекле мәсьәлә буйынса.
Элекке хәрби үҙенең аналитик аҡылы менән бер һорау ярҙамында барлыҡ мәшәҡәткә асыҡлыҡ индерҙе. Мөмкинлектән файҙаланып, улын һәм әсәһен һауып ҡалырға теләгәндәр.
Элекке хәрбиҙә аусы ҡомары уянды. Ул шунда уҡ дауаханаға шылтыратып, табипты эҙләп тапты. Шылтыратыу менән, үҙенә тура килде:
– Һеҙ шундай-шундай дарыуға заказ биргәнһегеҙ икән. Был хилаф эштең нимә менән бөтөрөн күҙ алдына килтергәйнегеҙме? – тип һорауҙы туранан-тура ҡуйҙы Әхмәт хәрбиҙәргә хас ҡәтғилек менән.
Теге оста бик оҙаҡ паузанан һуң көс-хәл менән:
– Мин кем менән һөйләшәм әле? – тип һоранылар шым ғына.
– Әгәр һеҙҙе бик ҡыҙыҡһындырһа, отставкалағы десантсы менән һөйләшәһегеҙ.
Был юлы пауза тағы ла оҙағыраҡ булды.
– Йәгеҙ, мин көтәм, – тине десантсы тауышын күтәрә төшөп.
– Был мәсьәлә әһәмиәтен юғалтты, сөнки ҡатынды мин бөгөн дауахананан сығарҙым.
– Ни өсөн?
– Һеҙгә нисегерәк әйтергә... Беҙҙең дауалау файҙаһын бирмәне.
– Тимәк, һеҙ уны үлергә ҡайтарып ебәрҙегеҙ?
Телефондың теге башында был юлы яуап бирерлек бер һүҙ ҙә таба алманылар.
Дауамы бар.
Яңы бүлектәрҙе көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
БҮЛЕКТӘР:
Читайте нас: