-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июнь 2020, 13:21

ДЕПУТАТ МАНДАТТАН БАШ ТАРТТЫ. ӘЛЛӘ ҺАЙЛАУСЫЛАРҘАН АҠСАҺЫН ЙӘЛЛӘЙМЕ?

Ә ни өсөн депутат үтәлгән бурыс тойғоһо менән мандаттан ваз кисә?

ӘЛЛӘ ҺАЙЛАУСЫЛАРҘАН АҠСАҺЫН ЙӘЛЛӘЙМЕ?
БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың тағы бер депутаты үҙенең вәкәләттәрен алдан туҡтатыу тураһында ғариза яҙып биргән. Депутаттың үҙ мандатынан баш тартыу осраҡлы ваҡиға түгел. Һәр кем уны үҙ мөмкинлектәренән ҡарап хәл итә.
Үткән саҡырылышта ике депутат шулай үҙ теләктәре менән ваҡытынан алда депутатлыҡтан ваз кискәйне. Береһе – энергетика тармағынан, икенсеһе – төҙөлөш материалдары һәм торлаҡ төҙөлөшө менән шөғөлләнгән милексе-бизнесмен. Мандатынан баш тартҡан әлеге депутат та Ҡоролтайҙа осраҡлы кеше түгел, уңышлы бизнесмендарҙың береһе.
Ә ни өсөн депутат үтәлгән бурыс тойғоһо менән мандаттан ваз кисә? Иғтибар итегеҙ, мандаттан уңышлы, бай һәм үҙе һайланған округ һайлаусыларына аныҡ ярҙам күрһәтә алыусы депутат баш тарта. Мәҫәлән, үткән һайлауҙағы депутаттарҙың береһе үҙенең ғариза яҙыуын, йәнәһе, Флорида штатынан самолетта Ҡоролтай ултырыштарына йөрөү ауырлығы менән аңлатҡан. Икенсе берәүһе матди хәленә һылтанған.
Сер түгел, энергетика, нефть химияһы, газ сәнәғәте өлкәһенән һайланған депутат – округ өсөн күктән төшкән бәхет, “джек-пот”, хатта һауын һыйын кимәленә күтәрелә. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең иҫәпсел заманда һәр ҡалын кеҫәле сәйәсмән халыҡ ҡуйған ваҡ-төйәк талаптарға яуап бирә алмай. Мәҫәлән, ошо аҙнала ғариза яҙған Александр Дегтев был аҙымын үҙенең төп эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә теләүе менән аңлатҡан. Шулай итеп, Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булыу, халыҡҡа хеҙмәт итеү хәҙер төп эшмәкәрлек булыуҙан туҡтаймы инде? Ярай, бер депутаттың кәмеүе бер мискә балды боҙмаҫ, тип өмөт итәйек.
Новиков һайлау округында һайлауҙар көҙгә буласаҡ. Тимәк, яңынан аҡса түгеләсәк. Ярай ҙа, берәй тағы ла аҡсалы кандидат тапһалар.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас в