ДОНАЛЬД ТРАМП ҠАСЫРҒА ӘҘЕРЛӘНӘ.
АҠШ-та хәлдәр көндән-көн ҡатмарлаша бара, тәртипһеҙлектәрҙә бер нисә йөҙ мең кеше ҡатнаша. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 11 кеше һәләк булған, яраланыусылар һаны бер нисә тиҫтә иҫәпләнә.
Фетнәселәр Аҡ Йортто уратып алған һәм хатта ҡапҡаларҙы бер аҙ күсергәндәр.
Ошондай мәлдә президент Дональд Трамп хәләл ефете Мелания туташ менән ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында президентҡа йәшенеү өсөн эшләнгән бункерға төшкәндәр. Был хаҡта минуты-секунды менән, бөтә АҠШ халҡына иғлан ителгән.
Журналистар шуны асыҡлаған: бункер 60-сы йылдарҙа төҙөлөп бөткән һәм уны төшөп ҡараған, мөмкинлектәрен өйрәнгән берҙән-бер президент – Дональд Трамп икән.