0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июнь 2020, 13:25

ХӘҘЕР БЕҘГӘ СЕРӘКӘЙҘӘР ГЕНӘ ҠАЛҒАЙНЫ.

Йәй ҡояшын әле күргән юҡ, ә быйылғы серәкәйҙәр үҙҙәренең ҡанһыҙлығы менән үҙәккә үтеп өлгөрҙө. Дөрөҫ булһа, был ҡан эскестәрҙең сәтәкәй бармаҡ башы хәтлемен күргәндәр бар икән. Республика дезинфекция үҙәге парктарҙы һәм баҡсаларҙы ҡан эскестәрҙән азат итеү операцияһын башлап ебәрҙе. Тик һуңламанылармы икән?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы серәкәйҙәр һөжүмен уларҙың үҫешенең циклы менән аңлата. Быға тиклемгеһе, мәҫәлән, 2016 йылда булған, ә һуңғы өс йылда һирәк-мирәк кенә күренеп ҡалғайнылар.
Нисауа, беҙгә, коммунизмды һәм үҙгәртеп ҡороуҙарҙы күргән фашистарҙы һәм коронавирусты еңгән халыҡҡа, был ғына һынау ҡотто осорорлоҡ түгел.
Ә шулай ҙа күңелде һорау өйкәй: серәкәйҙәрен күрҙек, йәйе булырмы икән?
Фото: Башҡорт Википедияһы.

Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: