+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июнь 2020, 13:44

Ә УНЫҢ АТАҺЫ ҠӘҘЕРЛЕ Л. И. БРЕЖНЕВ МЕНӘН ҮБЕШЕП (ТФҮ!) ЙӨРӨГӘН!

Дональд Трамп Рәсәй Президентын АҠШ-та үтәсәк саммитҡа саҡырған. Башҡа илдәрҙең вәкилдәре лә осрашыуҙа Владимир Путинды күреүгә ҡаршы түгеллектәрен белдергәндәр. Ә улар араһында иң йәше, Канаданың премьер-министры Джастин Трюдо ҡабаланмаҫҡа тәҡдим иткән.

Әйткәндәй, Джастин Трюдоҙың атаһы, Пьер Трюдо, 80-се йылдарҙа канаданың премьер-министры булғанһәм хатта ике тапҡыр ҡәҙерле Л.И. Брежев менән осрашыу бәхетенә өлгәшкән. Хатта осрашыуҙарҙың береһендә премьер-министрға генераль секретарь мнән үбешергә (тфү!) тәҡдим ителгән. Джастиндың атаһына, ҙур ауырлыҡ менән булһа ла, ризалашырға ла тура килгән. Хатта үҙенең мемуарҙарында, һуңынан, был эштең бик үк күңелле булмауын билдәләп киткән, хәлен шотланд вискийы менән төҙәтеү мөмкинлеген иҫкә төшөргән.
фото: pionki24.pl

Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: