+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Июнь 2020, 19:47

БЕРЕНСЕ ҠОРОЛТАЙҘЫ ҺАҒЫНҒАНДА.

Бөтөн донъя башҡорттарының беренсе Ҡоролтайына сирек быуат ваҡыт үтеп киткән икән. Ниндәй заманда йәшәгәнбеҙ! – тип ғорурланып та, уйланып та ҡуям. Беҙҙе Ҡоролтайға өмөт, ышаныс, милләт яҙмышын хәл итеү ихтыяжы йыйҙы. Алды-артты ҡарарға сәбәп етерлек. Чечняла – һуғыш уты быҫҡый, беҙҙең егеттәр һәләк була, яғыулыҡ-энергетика комплексының яҙмышы хәл ителмәгән, колхоздар һәм совхоздар аҡрынлап, бөлгөнлөк һаҙлығына бата. Ә Башҡортостан, әйтерһең, Рәсәйҙән башҡа сыҡҡан да, бар тип белә һуғышыңды – газ үткәрә, юлдар, мәктәптәр төҙөй, киләсәккә ҡарашын төбәп йәшәй. Үҙаллылыҡ, суверенитет, тотороҡлолоҡ һымаҡ быға тиклем ят, ләкин танһыҡ һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышҡан, үҙебеҙ аңлағанды башҡаларға еткерергә маташҡан заман.

Әлегә ТЭК – беҙҙеке, беҙ уны Мәскәү олигархтарына ғүмерҙә лә бирмәйәсәкбеҙ. Аҡса мул, Өфө-Асҡар юлы төҙөлдө, көньяҡта Өфө-Йылайыр трассаһы үҙенә саҡырып тора. Республика үҙе ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Өр-яңы мәктәптәрҙе, мәҙәниәт һарайҙарын, дауаханаларҙы асҡан саҡта етәкселәрҙең шат йылмайыуы, ә ябай халыҡтың мөғжизә көткәндәй ихласлығы!.. Шул тиклем төҙөлдө, 2010 йылдан һуңғы оптимизация һәм “яптымизация” шаршауын бөркәнгән властһыҙлыҡ, ваҡытһыҙлыҡ, кәрһеҙлек, оятһыҙлыҡ дәүере хатта күбеһен ябырға өлгөрә алмай ҡалды.
Башҡорттарҙың беренсе Ҡоролтайы үҙ алдына ҡуйған уй-ниәттәргә өлгәштеме? Ауыр, ҡатмарлы, күп яҡлы һорау. Беҙ үҙ алдыбыҙға республикала йәшәүсе барлыҡ халыҡтарҙың, тимәк, бөтә милләттәрҙең дә ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, уларҙың йәшәү кимәлен күтәреү, тормоштарын яҡшыртыу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Хәҙер килеп, шундай һығымта яһайым: ифрат күп эшләнде, ләкин тағы ла күберәкте тормошҡа ашырырға мөмкин ине. Ҡалғанын хәҙер эшләргә, кәрәкмәгәндә, ҡыуып етергә, хатта урыны менән көтөргә тура килә. Һәр хәлдә, Ҡоролтай трибунаһынан әйтелгән һүҙҙәр елгә османы, тормошобоҙға барыбер ниндәй ҙә булһа тәьҫир яһаны. Беҙ ил-йортобоҙҙа тыныслыҡты һәм именлекте һаҡлап ҡалдыҡ. Ә улар өсөн иң тәүге сиратта, ғәҙәттә, төп милләт вәкилдәрен яуаплы итеп таныйҙар. Беҙ был бурысты намыҫ менән атҡарҙыҡ. Тик бына Мәскәү менән уртаҡ тел таба белдекме, мөнәсәбәттәрҙе көйләнекме?
2000 йылдар башында “Нур” татар театры Ҡаҙанда гастролдәрен мәшһүр Камал театрында “Гүргә инер сер ине” исемле мелодрамам премьераһы менән асып ебәрҙе. Премьерамды мәшһүр Туфан Миңнуллин ҡарап һәм ҡотлап үҙемде бәхетле итте. Тәнәфестә сәй эскәндә: “Нимә, Мәскәү менән булышаһығыҙ? Ниңә һуғышаһығыҙ? Беҙ уртаҡ тел таптыҡ, хәҙер байтаҡ төҙөнөк”, – тип ризаһыҙлығын белдереп алды.
Кем белә, бәлки беҙгә һығылмалылыҡ та етмәгәндер. Ә хәҙер ниндәй генә һығымталар булмаһын, мин 1995 йылдың йәйен юҡһынам. Үҙебеҙ йәш булған өсөн генә түгел. Ҡоролтай үҙ алдына ҙур, яуаплы бурыстар ҡуйғайны. Беҙ уларҙы, ҡулыбыҙҙан килгәнсә, тормошҡа ашырырға тырыштыҡ. Ә ҡалғанын беҙҙән һуң килер быуындар эшләр.
Фотола: (һулдан – уңға) Хәйҙәр Шаһиев, Марс Шаһиев, Тәлғәт Сәғитов, Әхәт Шаһиев (артта), Харис Шаһиев, Азамат Сәғитов (артта), Фәрит Ҡәйүпов, Рәлиф Кинйәбаев.

Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: