+3 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
7 Июня 2020, 04:15

АҘАҠҠЫ ҺҮҘЕБЕҘ ТҮГЕЛ...

Бына, ниһәйәт, ҡулығыҙға “Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа...” исемле әҫәребеҙҙең һуңғы бүлеген алдығыҙ. Егерме көндән ашыу беҙ һеҙҙең менән үҫмер ҡыҙҙар һәм малайҙар донъяһында йәшәнек.

АҘАҠҠЫ ҺҮҘЕБЕҘ ТҮГЕЛ...
Бына, ниһәйәт, ҡулығыҙға “Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа...” исемле әҫәребеҙҙең һуңғы бүлеген алдығыҙ. Егерме көндән ашыу беҙ һеҙҙең менән үҫмер ҡыҙҙар һәм малайҙар донъяһында йәшәнек.
Шул осорҙа, көн һайын иҫәпләп барғанда ла, был әҫәрҙе мең ярымдан ике меңгә яҡын кеше уҡыны. Был беҙҙең өсөн бик ҙур күрһәткес. Көн һайын көтөп алып уҡыған, социаль селтәрҙәрҙә эҙләгән, таба алмағанда борсолған барлыҡ уҡыусыларыбыҙға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙҙең уҡыуығыҙ беҙҙә ышаныс уятты һәм беҙ шуны белдек: халыҡ әҙәбиәтте яратмай, халыҡ китап уҡымай тигән һүҙ шыпа дөрөҫ түгел. Әҙәбиәтте яратмағандар эҙләп йөрөп уҡымай. Бары тик беҙҙең алда шундай бурыс тора: хәҙер беҙ халыҡҡа яҡынайыуҙың, улар менән бәйләнеш тотоуҙың яңы юлдарын эҙләргә, табырға, бергә булырға тейешбеҙ.
Әлеге әҫәргә әйләнеп ҡайтып, тағы шуны билдәләйбеҙ, беҙ әле һеҙҙең менән ике яҡлы бәйләнеш урынлаштырыуҙың юлдарын һәм алымдарын эҙләйбеҙ. Кешеләр зәңгәр экрандар аша көн һайын мауығып сериалдар ҡарай, ниңә беҙгә лә шундай сериалдар форматын файҙаланып ҡарамаҫҡа? Әлбиттә, көн һайын яҙыу, талапсап уҡыусыларыбыҙҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү еңел түгел. Киләсәктә лә бергә булғы килә. Тағы ниндәй формалар табылыр, әлегә беҙ белмәйбеҙ. Һәр хәлдә, беҙ эҙләнеү юлындабыҙ. Был “Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа...” әҫәрен әҙерләгән, яҙған, бергәләп ижад иткән, таратҡан, рекламалаған дуҫтарыбыҙға, ҡәләмдәштәребеҙгә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Яңынан осрашҡанға тиклем! Һау булығыҙ!
Әйткәндәй, “Һәнәк” журналы һеҙҙең ярҙамға мохтаж. Әле арзан хаҡҡа яҙылыу бара. Яҙылһағыҙ, берәйһенә тапшырһағыҙ, бик рәхмәтле булыр инек.

Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас