+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Июнь 2020, 14:00

ҒӘЙЕБЕН ТАНЫҒАН ЙЫРТҠЫС.

Улар яратышып өйләнештеләр. Хатта туйҙары ҡасабалағы төп ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Бер түгел, ике унар метрлы “Лимузин”, “Тойота” һәм “Мерседес”тар ғына егермеләп. 200-ләп саҡырылған ҡунаҡ һәм ике аҙналыҡ туй сәйәхәте, әлбиттә, Мальдивҡа. Ҡайтыуҙарына, өс бүлмәле фатир һәм икеһенә лә “Тойота” автомобилдәре. Кейәү әле лә яратыуын йәшермәй. Кәләш быны аңлай, белә һәм ирен ғәфү итерлек һылтауҙар эҙләй. Ләкин таба алмай.

ҒӘЙЕБЕН ТАНЫҒАН ЙЫРТҠЫС.
Улар яратышып өйләнештеләр. Хатта туйҙары ҡасабалағы төп ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Бер түгел, ике унар метрлы “Лимузин”, “Тойота” һәм “Мерседес”тар ғына егермеләп. 200-ләп саҡырылған ҡунаҡ һәм ике аҙналыҡ туй сәйәхәте, әлбиттә, Мальдивҡа. Ҡайтыуҙарына, өс бүлмәле фатир һәм икеһенә лә “Тойота” автомобилдәре.
Кейәү әле лә яратыуын йәшермәй. Кәләш быны аңлай, белә һәм ирен ғәфү итерлек һылтауҙар эҙләй. Ләкин таба алмай.
Ошо урында уларҙы ҡалдырып, ғаиләлә йәки көнкүрештә көс ҡулланыу күренешенә мөрәжәғәт итәйек. Үкенескә ҡаршы, ул бар һәм йылдан-йыл арта бара. Был йәһәттән статистика мәрхәмәтһеҙ, шуға күрә беҙ һандарҙан баш тартабыҙ һәм бер миҫал менән генә ирҙең ни өсөн ҡатынын туҡмауын аңлатырға тырышып ҡарайбыҙ. Белгестәр был йәһәттән төрлөсә фекер йөрөтә. Мәҫәлән, берәүҙәр хайуандар донъяһына мөрәжәғәт итә һәм баш китерлек асыштар яһай. Баҡ тиһәң, төрҙәштәр араһында ата хайуан инә хайуанға, ғөмүмән, теймәй икән. Быныһын ентекләп ҡарап тормайбыҙ, был шулай булырға тейештер. Социологтар ирҙең үҙенең ҡатынын туҡмауын өйҙә алған тәрбиә менән аңлата. Йәнәһе, атаһы әсәләрен туҡмап, улдарына шундай өлгө күрһәткән. Беҙҙеңсә, бәхәсле фекер. Өсөнсө төркөм, айырыуса, көнбайыштыҡылар, өйҙәге туҡмауҙы, йәнәһе, ирҙең юҫығының аныҡ булмауы менән аңлата. Иғтибар итегеҙ, быныһы инде бигерәк көлкө һәм бер енесле никахтарҙы күрәләтә яҡларға тырышыу ғына күренә.
Ә шулай булғас, беҙҙә ниндәй сәбәп бар һуң? Ҡатынын туҡмаған ирҙәр быны нимә менән аңлата? Фәҡирлеккә һылтанып ҡына ҡотолоп булмай бит. Берәүҙәр тормоштоң ауырлығын, аҡса етмәүен сәбәп итеп ҡуйһа, икенселәр ҡапыл була торған йомшаҡлыҡ йәки ҡыҙып китеү менән аңлата. Әлбитә, урамдағы иҫеректәрҙән, йән ғәзиз бит, артына ла әйләнеп ҡарамай ҡасҡан берәүҙең өйөнә ҡайтып, ойоғон йыуып ҡуймаған өсөн генә ҡатынын һуҡҡылауы бер аңлатыуға ла лайыҡлы яуап таба алмай. Шулай шул, өйҙә сибек кенә, эштән арып ҡайтҡан йәки көнө буйы балалар менән йонсоған ҡатыныңа ҡул күтәреү урамда ҡотороп йөрөгән, төртһәң, ауырға торған хулиганды ауыҙлыҡлау түгел.
Беҙ иң юғарыла иҫкә алған йәштәр миҫалында бер генә ғаиләнең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен көйләүен аңлатып ҡарайыҡ. Ир, әлбиттә, үҙен хужа итеп тоя. Кем белә, бәлки эш урынында уның үҙен эт типкеһендә йөрөтмәһәләр ҙә, ваҡыт-ваҡыт бәлки аяҡ һөрткөләп китәләрҙер. Бындайҙы кисереүе еңел түгел. Ҡайтыуына, етмәһә, ҡатыны өйҙө лә йыйыштырмаған, ҡыуанып уйнап ултырған балаһына һылтана. Етмәһә, йонсоп ҡайтҡан иргә тешен күрһәтә. Был осраҡта ла беҙ ирҙең ҡатынына һуғып ебәреүен аҡламайбыҙ. Һәм ҡатындың балаһын күтәреп, ваҡ-төйәк әйберҙәрен тейәп, балаһын күтәреп сығып китеүенә ғәжпләнмәйбеҙ. Ир, әлбиттә, ғәйебен таныясаҡ, иртәле-кисле барыбер ашарға, дресс-код ҡәтғи – кейенергә, эш ауыр, ял итеп, үҙеңде өлгөр һәм йылғыр, бөттә эшкә лә маһир офис тереклеге, йәғни клерк итеп та күрһәтергә кәрәк бит әле. Ике яҡтан да атай-әсәйҙәрҙән бурыс төштө, улар иномаркалар һәм ҡунаҡтар һаны менән барлыҡ ҡасабаны шаҡ ҡатырҙы, ләкин береһе лә улы йәки кейәүе өсөн барып эшләп йөрөмәйәсәк. Хәҙер уның үҙенә юл ярырға тура килә. Ә юл ярыу, кәләшең ҡайтып китһә, был хаҡта хәбәр сыҡһа, үҙеңде раҫлауы һис тә еңел түгел.
Кейәү кәләш йортона баш һалып барасаҡ, ғәйебенең кимәленә ҡарап ғәфү үтенеү юлдарын табасаҡ. Затлы бүләк, ҡосаҡ тулы сәскә хатта теҙләнеп тороу һымаҡ береһенән-береһе көслөрәк дәлилдәр эшкә ҡушыласаҡ. Кәләш, әлбиттә, ҡайтасаҡ. Ана, килгән бит, ғәйебен таныған, сәскәләрен күтәргән. Эйе, ҡайтасаҡ. Киләһе ҡул күтәргәнгә тиклем. Бер заман улар ҙа һуңғы сиккә етәсәк, лимит бөтәсәк, ә беҙ статистиканың ҡоро һандарына ҡарап, йә инде, дүрт никахтың икәүһе тарҡала. Нимә булды икән был халыҡҡа, тип аптырашасаҡбыҙ һәм яуап эҙләйәсәкбеҙ.
Фото: ru.wikipedia.org

Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: