+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Июнь 2020, 10:25

ИРЕМДЕКЕЛӘР, ТИМӘК МИНЕКЕЛӘР

Фазулла бабайым һуғыштан яраланып ҡайтҡан да, мандый алмай, илленсе йылдар башында вафат булған.Ҡатыны ла һуғыш ваҡытында өшөп, сирләй һәм үлеп ҡала. Уларҙың өлкән ҡыҙҙары Маһинур ғына тороп ҡала. Маһинур апайым район үҙәгендә урта мәктәпте тамамлағас, Өфөгә барып етә һәм бөтәһен аптыратып, медицина институтына уҡырға инә. Шунда Нефть институтында уҡыған Марсель исемле егет менән таныша. Апайым ауылға йыл һайын ҡайта, туғандары менән бәйләнеште өҙмәй. Марсель еҙнәнең әсәһе, Сәғиҙә инәй, бер бүлмә алған була, шунда бергә ғүмер итәләр. Улар менән бергә Сәғиҙә инәйҙең ике ҡыҙы ла бик татыу йәшәйҙәр. Йәштәр уҡырға йөрөй, Сәғиҙә инәй мәктәптә уҡыта, урындағы партия ойошмаһын етәкләй. Бик инанған, хаҡ юлдан атлағанына ышанған коммунист, балаларынан да Тыуған илгә, партияға тоғролоҡ талап итә. Икенсе курсы тамамлағанда апайымдың ауырға ҡалыуы асыҡлана. Йәштәр, уны-быны уйламай, Сәғиҙә инәйгә әйтеп, ҡыуандырмаҡсы була. Ләкин әсәй, йәки ҡәйнә кеше, өләсәй булырға ашыҡмауын белдерә: – Һеҙ нимә уйлайһығыҙ? Һеҙгә уҡырға кәрәк. Әле бында бишәү-алтаубыҙ, хәҙер, балағыҙ булһа, нисек уҡырға итәһегеҙ? Мин эшләйем, күреп тораһығыҙ, ваҡытым юҡ. Былай булмай, әле ваҡытығыҙ бар, иртә, тиҙ арала барып, төшөртәһегеҙ! – тип күрһәтмә бирә. Ҡәйнә көнөндәге апайым да, уның улы ла уға ҡаршы һүҙ әйтә алмай. Тормош үҙ яйы менән дауам итә. Маһинур менән Марсель да юғары белем алып, икеһе лә Өфөлә эштә ҡала. Марсель еҙнәйҙе Нефть институтына уҡытырға ҡалдыралар, бүлмә бирәләр, педиатр Маһинур ҙа эшһеҙ ҡалмай. Апайым менән еҙнәм ең һыҙғанып, дәртләнеп эшләйҙәр. Үҙҙәренең дә теләктәре ҙур, Сәғиҙә инәй ҙә ваҡыт-ваҡыт ишаралап ҡуя, бала үҫтерергә кәрәк бит. Ләкин тәүге баланан баш тартыу эҙһеҙ үтмәй. Апайым төрлөсә дауаланып ҡарай, дауаханаларға йөрөү бер файҙа ла бирмәй.

ИРЕМДЕКЕЛӘР, ТИМӘК МИНЕКЕЛӘР
(хикәйә)
Фазулла бабайым һуғыштан яраланып ҡайтҡан да, мандый алмай, илленсе йылдар башында вафат булған.Ҡатыны ла һуғыш ваҡытында өшөп, сирләй һәм үлеп ҡала. Уларҙың өлкән ҡыҙҙары Маһинур ғына тороп ҡала. Маһинур апайым район үҙәгендә урта мәктәпте тамамлағас, Өфөгә барып етә һәм бөтәһен аптыратып, медицина институтына уҡырға инә. Шунда Нефть институтында уҡыған Марсель исемле егет менән таныша. Апайым ауылға йыл һайын ҡайта, туғандары менән бәйләнеште өҙмәй. Марсель еҙнәнең әсәһе, Сәғиҙә инәй, бер бүлмә алған була, шунда бергә ғүмер итәләр. Улар менән бергә Сәғиҙә инәйҙең ике ҡыҙы ла бик татыу йәшәйҙәр. Йәштәр уҡырға йөрөй, Сәғиҙә инәй мәктәптә уҡыта, урындағы партия ойошмаһын етәкләй. Бик инанған, хаҡ юлдан атлағанына ышанған коммунист, балаларынан да Тыуған илгә, партияға тоғролоҡ талап итә.
Икенсе курсы тамамлағанда апайымдың ауырға ҡалыуы асыҡлана. Йәштәр, уны-быны уйламай, Сәғиҙә инәйгә әйтеп, ҡыуандырмаҡсы була. Ләкин әсәй, йәки ҡәйнә кеше, өләсәй булырға ашыҡмауын белдерә:
– Һеҙ нимә уйлайһығыҙ? Һеҙгә уҡырға кәрәк. Әле бында бишәү-алтаубыҙ, хәҙер, балағыҙ булһа, нисек уҡырға итәһегеҙ? Мин эшләйем, күреп тораһығыҙ, ваҡытым юҡ. Былай булмай, әле ваҡытығыҙ бар, иртә, тиҙ арала барып, төшөртәһегеҙ! – тип күрһәтмә бирә.
Ҡәйнә көнөндәге апайым да, уның улы ла уға ҡаршы һүҙ әйтә алмай.
Тормош үҙ яйы менән дауам итә. Маһинур менән Марсель да юғары белем алып, икеһе лә Өфөлә эштә ҡала. Марсель еҙнәйҙе Нефть институтына уҡытырға ҡалдыралар, бүлмә бирәләр, педиатр Маһинур ҙа эшһеҙ ҡалмай.
Апайым менән еҙнәм ең һыҙғанып, дәртләнеп эшләйҙәр. Үҙҙәренең дә теләктәре ҙур, Сәғиҙә инәй ҙә ваҡыт-ваҡыт ишаралап ҡуя, бала үҫтерергә кәрәк бит. Ләкин тәүге баланан баш тартыу эҙһеҙ үтмәй. Апайым төрлөсә дауаланып ҡарай, дауаханаларға йөрөү бер файҙа ла бирмәй.
Бер көндө хатта Сәғиҙә инәй: “Әллә балалар йортонан ғына алаһығыҙмы?” – тигән теләк белдерә, ләкин Марсель еҙнәй был юлы ныҡ ҡаршы тора. Шулай ғүмер үтә. Ләкин апайым бала табыу, бала һөйөү шатлығынан мәхрүм ҡала.
Апайым бик ныҡ үкенә, үҙен уңайһыҙ итеп тоя. Беҙ килгәндә, айырыуса, балалар менән булһаҡ, уларҙы күтәреп ала торғайны. Уның үҙен балалар яратты. Хатта һирәк киләһегеҙ, тип беҙҙе әйрләй торғайны. Ҡәйнәһенә лә, тормош иптәшенә лә дәғүәһе булманы, үпкәһен белдермәне, тауыш сығарып йөрөмәне. Һирәк-мирәк осрашҡаныбыҙҙа оҙаҡ итеп ауылды хәтерләп, туғандарҙы барлап ултыра торғайны. Ауылыбыҙҙы һығына, ҡайтҡыһы килә торғайны. Марсель еҙнәм – егәрле, тырыш кеше. Беҙ белгәне генә – ҡырҙа ике ҡыҙы, ике малайы үҫте. Уларҙы белмәй ни, һәр ваҡыт апайым менән еҙнәмдең йортона ҡунаҡҡа килә торғайнылар. Апайым уларҙы һәр ваҡыт үҙенең балалары һымаҡ ҡабул итте, һыйланы, тыуған көндәренә бүләк алып бирә торғайны. “Ҡуй, апай, шуларҙы бик осондормайһыңмы ул?” – тиһәң:
– Юҡ, юҡ, мин үҙем беләм, улар минең хәләлемдең балалары, – тип еҙнәмде лә, уның балаларын да яҡлай торғайны. Оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырған саҡтарыбыҙҙа: “Апай, ошо хаҡта яҙайыммы?” – тип һорай инем.
– Ниңә яҙмаҫҡа? Яҙ, әлбиттә! Тик шуны онотма: апайың барыбер бәхетле булды. Иремдән, эшемдән уңдым, кешеләргә кәрәкле булдым, балаларын күтәреп, төн уртаһынды килеп керә торғайнылар, мин уларға һәр ваҡыт ярҙам иттем. Еҙнәңде лә ғәйепләмәйем, сит балалар түгел бит, уның үҙенең балалары. Уныҡылар, тимәк, минекеләр. Беҙ үҫкәндә ауылда ике-өс ҡатынлылар бар ине. Шулай ҙа кемдең кем балаһы икәндеген дә белмәй торғайныҡ.
Апайым һуңғы йылдарҙа ауыр сиргә дусар булды. Сирләү генә етмәгәйне, Сәғиҙә инәй ҙә ауырып китте. Уның сире, фәнни телдә әйтһәк – альцгеймер. Алла һаҡлаһын, Алла һаҡлаһын, башҡа кешеләр сирләргә яҙмаһын! Апайым, яман шеш менән сирләйем, тип торманы, ҡәйнәһен, бер минутҡа ла күҙ яҙлыҡтырмай, аҙаҡҡы көндәренә тиклем тәрбиәләне.
Яҙмыштың ҡапма-ҡаршылығына ғәжәп ҡылырһың инде. Инәй ҡасандыр уларҙың балаларын бағыуҙан баш тартҡан, илле йыллап ваҡыт үткәс, килененең ҡулына ҡалырға мәжбүр булды.
Черниковка биҫтәһенә бик һирәк барырға тура килә. Юл төшһә, Еңеү Паркы эргәһенән үтергә тырышам. Паркка инә торған ҡапҡаның ҡаршыһында өс ҡатлы иҫке йорт бар. Шул йорттарҙың береһенең икенсе ҡатында апайым йәшәне һәм һуңғы һулышын алды.
Бына шулай яҙмыш. Ҡайҙа барырыңды, нимәгә юлығырыңды белмәйһең. Нисек кенә булмаһын, апайым яҙмышынан ҡәнәғәт ине.
Уның вафатынан һуң еҙнәм ғаиләләре менән бәйләнеште өҙмәне, ләкин береһенә лә өйләнмәне. Быныһын һорашып, төпсөшөп трманым, үҙе беләлер, тинем дә ҡуйҙым.
picture: DONALD ZOLAN

Беҙҙең төркөмгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"


Читайте нас: