БАШҠОРТОСТАНДА БӨГӨН ӨШӨЙҘӘР.
БЫЛ ЯҠШЫМЫ, ӘЛЛӘ НАСАРМЫ?
Фермерҙар, агрономдар, быйылғы йыл уңышы өсөн борсолоусылар әлеге һалҡынса һауаны ҡыуанып ҡабул итә. Яҙғы сәсеү эштәре уңышлы тормошҡа ашырылды, бөгөн – үҫемлектәрҙең ниндәй уңыш бирере билдәләнгән көндәр. Республика буйлап үткән ҡойма ямғырҙар, дәррәү үҫеп сыҡҡан игендәр юғары уңышҡа өмөт уята. Һәр хәлдә, эҫе түгел, сәсеүлектәр ҡурылмай.
Ә ҡотҡарыусылар һыу буйҙарында кешеләрҙең аҙ булыуына ҡыуаналыр. Һуңғы ял көндәрендә генә, төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 11 кеше батып үлде. Хатта араларында 5 йәшлек сабый ҙа бар. Ҡара иҫәп менән генә барлаһаҡ, бер көн һыу инмәү 3-4 ғүмерҙе ҡотҡарып алып ҡала. Ә ҡорбандар беҙгә кәрәкме?
Әлбиттә, һыу буйҙарына төшмәй, ҡояшта ҡыҙынмай, йәйҙең хозурлығына һоҡланмай, булмай. Үкенескә ҡаршы, эсеп алғас, һыуға ташланыусылар үҙҙәрен уйлап тормай.
Йылдың-йылы шул күҙәтелә: һыуға батыусылар күпселек осраҡта – ҡыҙмаса ир-ат. Һәм ул иң актив, типһә, тимер өҙөрҙәй, хеҙмәткә һәләтле кеше, ғаиләнең терәге.
Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ! Эҫе көндәр алда булыр әле. Иҫәнлек-һаулыҡ һеҙгә!
Фото: редакция архивынан.