МАТБУҒАТМЫ, ӘЛЛӘ МАТБАҒАМЫ?
Үткән быуат башында күпселек урында матбаға тигән һүҙ киң файҙаланылған. Вәлиди, Бабич һәм башҡлар ни маҡсаттан матбаға тип өндәшкәндер, белмәйбеҙ. Тел белгестәре, бәлки, аңлатыр. Беҙ, һәр хәлдә, матбуғатты юҡ итергә йыйынмайбыҙ. Һәр хәлдә, һәйбәт әйберҙе МатБуғАт тип атарҙармы икән? Бәлки дөрөҫ тә әйтелгәндер, кем белә? Ысынлап та, матбуғат ҡайһы ваҡыт... бысраҡ атышыу сараһына әйләнеп китә. Хәйер, хәҙер бының өсөн күпселек интернет селтәрҙәре мөмкинлектәрен киңерәк файҙалана. Шуғамы икән, беҙгә матбаға яҡыныраҡ һымаҡ.
Уйын-көлкөнө, еңелсә шаяртыуҙы йәки төрттөрөп алыуҙы юморҙы аңлағандар ҡыуанып ҡабул итә. Ҡайҙалыр уҡығайным, Марк Твен, мәҫәлән, үҙе хаҡында көләмәс сығарғандарға аҡса түләгән, тип. Үҙенә күрә реклама бит. Бәлки, кемдер бындай рекламаға мохтаж да түгелдер.
Әйтергә теләүем шул: матбағаһы ла, матбуғаты ла булһын, ҡалһын, әйләнештә йөрөһөн, ә беҙ үҙебеҙҙе уҡыусыларыбыҙға күңеллерәк, йылыраҡ, еңелерәк, үтемлерәк хәбәрҙәр еткерәйек!
Ана, тышта эҫе ҡояш, ә биткә һалҡын ел иҫә. Кемдер ҡыуана, кемдер ҡайғыра. Бөгөн яҙғайныҡ, ял көндәрендә, төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 11 кеше һәләк булған. Демографик хәл ҡатмарлы, һәр ғүмер ҡәҙерле. Бөгөн һалҡынса булғас, һыу инергә төшмәйәсәктәр. Тимәк, 3-4 ғүмер ҡотҡарылды, тигән һүҙ. Ә был һис тә насар түгел. Иҫән-һау була күрегеҙ, дуҫтарыбыҙ!
Фотола: БР-ҙың “Башҡортостан Республикаһы” матбуғат йорто белгесе Альмира Ғүмәрова.